Ғорурланабыҙ
10 Декабрь 2024, 07:00

Башҡорт балеринаһына маҡтаулы исем тапшырылды

Башҡортостандан бер төркөм хеҙмәт алдынғылары, ғаиләләр Рәсәй наградаларына лайыҡ булды

Башҡорт балеринаһына маҡтаулы исем тапшырылдыБашҡорт балеринаһына маҡтаулы исем тапшырылды
Башҡорт балеринаһына маҡтаулы исем тапшырылды

Владимир Путин Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш балетмейстеры Гөлсинә Мәүлекәсоваға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы” тигән исемен бирҙе.

“Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә Башҡортостан Республикаһының  “Үҙәк” МТС-ы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Илдар Насиров лайыҡ булды.

“Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы” исеме СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табибы урынбаҫары Гөлфиә Иҙрисоваға һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты кафедраһы мөдире Әлфиә Ящукка бирелде.

Республика ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһы табиптары Юлия Благодетелева, Нияз Ғәлиев, Павел Камзин, Рафаэль Нурхәкимов, Республика клиник инфекция дауаханаһы шәфҡәт туташы Юнир Большов, Өфө ҡалаһының "Ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһы" етәксеһе Наталья Сәмиғуллина “Лука Крымский” миҙалы менән бүләкләнде.

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе коллективы Александр Невский орденына лайыҡ булды.

Башҡортостандан Альберт Әбсәләмов, Гөлназ Ҡыуандыҡова, Рәмилә һәм Сабирйән Шәриповтар “Ата-әсәлек даны” ордены миҙалдарына лайыҡ булды.

Фото: https://t.me/rb_russia/24157

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас