Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Илебеҙҙең махсус хеҙмәттәре һәр ваҡыт Ватаныбыҙҙың милли именлеген һәм суверенитетын тәьмин итеүҙә төп роль уйнаны. Йәмғиәт һеҙҙең яуаплы һәм көсөргәнешле хеҙмәтегеҙҙе юғары баһалай. Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы экстремистарға ҡаршы көрәшә, теракттарҙы һәм законһыҙ ғәмәлдәрҙе туҡтата. Һеҙ республика власы органдарына тотороҡлолоҡ хәүефен ваҡытында асыҡлауҙа ҙур ярҙам күрһәтәһегеҙ. Коррупцияға ҡаршы көрәш йәһәтенән күп эштәр башҡараһығыҙ. Һеҙ хәл итергә тейешле бурыстар урындағы һәм милли-дини үҙенсәлектәрҙе, муниципалитеттарыбыҙҙың иҡтисади һәм ижтимағи тормошон тәрән белеүҙе талап итә, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе именлек органдары ветерандарына айырым рәхмәт белдерҙе. Улар үҙҙәренең тәжрибәһен яңы быуындарға тапшыра.
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Игорь Кочнев махсус хеҙмәттәр алып барған эштең мөһимлеген билдәләне һәм төбәк етәкселегенә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото:glavarb.ru