Ғорурланабыҙ
22 Декабрь 2024, 17:30

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевкә һәйкәл асылды

Бөгөн, 22 декабрҙә, Илеш районында легендарь осоусы-штурмовик, Башҡортостандан сыҡҡан берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевкә һәйкәл асылды. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевкә һәйкәл асылдыИке тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевкә һәйкәл асылды
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевкә һәйкәл асылды

Һәйкәл М-12 "Восток" федераль трассаһына инәсәк М-7 "Волга" автомобиль юлы участкаһын реконструкциялау барышында ҡуйылды. 65 километрға һуҙылған юл Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар һәм Әсән ауылдарын урап үтә. Трассаны проектлау барышында Илеш районы хакимиәте һәйкәл ҡуйырға тәҡдим иткәс, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм "Урал буйы" юл идаралығы был ниәтте хуплаған. Проектты "Автобан" төҙөүсе компанияһы финанслаған. Скульптураның авторы – Рәсәй художество академияһының мөхбир ағзаһы Андрей Молчановский.

– Киләһе йылда илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләй. Ошо мөһим дата алдынан данлыҡлы яҡташыбыҙ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәевкә һәйкәл асабыҙ. Уның яҙмышы беҙҙе илһамландыра, ғорурлыҡ тойғоһо уята. Һәйкәлде асыу тантанаһының М-12 "Восток" трассаһының яңы участкаһын сафҡа индереү менән тап килеүе айырыуса ҡыуаныслы, өҫтәүенә, был юл Муса Ғайса улының тыуған ауылына яҡын. Партнёрҙарыбыҙға – "Автобан" компанияһына һәм "Урал буйы" федераль автомобиль юлдары идаралығына ошо проектты хуплағандары өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм. Скульптор Андрей Петрович Молчановскийға иҫ киткес һәйкәл ҡойоуҙа ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт. Уртаҡ идеябыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының батырлығын һәр саҡ иҫләйбеҙ һәм хөрмәтләйбеҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яңы геройҙарыбыҙ ҙа айырым иғтибарға лайыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, Муса Ғайса улы Гәрәев тураһында иҫтәлек Башҡортостан халҡының, күп милләтле һәм татыу республикабыҙҙың йөрәгендә мәңге һаҡланыр. Һәммәһен дә был мөһим ваҡиға менән тағы бер ҡат ҡотлайым!

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройының улы Евгений Гәрәев атаһына һәйкәл асыу тантанаһында тарихи хәтерҙе һаҡлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Был һәйкәл – атайыма, бөйөк лётчикка ғына түгел, Башҡортостан аэроклубын тамамлаусыларға хөрмәт күрһәтеү ул. Тап ошо клуб 14 Советтар Союзы Геройын тәрбиәләгән – ил тарихында үҙенсәлекле осраҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Евгений Гәрәев. – Муса Гәрәевтың бөтә туғандары һәм вариҫтары исеменән илебеҙ һәм республикабыҙ етәкселегенә ошо мөһим аҙым өсөн ҙур рәхмәт белдерәм.

Скульптура композицияһының авторы, Рәсәй художество академияһының ағза-корреспонденты Андрей Молчановский монументтың уңышлы урынлашыуын билдәләне.

– Минең өсөн был ҙур шатлыҡ, – тине скульптор. – Ижади уңыш тигән төшөнсә бар. Барыһының да беҙ уйлағанса килеп сығыуын күрәм. Һәйкәл эргә-тирәләге пейзажға тура килеп тора һәм трассалағы ял майҙансығынан бик яҡшы күренә. Ул халыҡтың яратҡан урынына әүерелер һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында хәтерҙе һаҡларға ярҙам итер, тип ышанам.

Журналистар менән аралашҡанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев һәйкәленең әһәмиәте хаҡында һөйләне.

– Муса Гәрәев ни бары 22 – 23 йәшендә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Ул республикабыҙ өсөн уникаль кеше булды. Һуғыштан һуң республикаға хеҙмәт итте, йәштәргә патриотик тәрбиә биреү менән шөғөлләнде. Халҡыбыҙ уны ихлас ярата һәм хөрмәт итә, уның хаҡында хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Һәйкәл бик яҡшы килеп сыҡҡан. Был, асылда, республикаға ингән урын, һәр юлсы Башҡортостандың батырҙар ере булыуын беләсәк. Композиция бик күркәм. Скульптор Андрей Молчановский талантлы, мин уның эштәре менән таныш. Барыһы ла һәйбәт килеп сыҡты, мин ҡәнәғәт, – тине Радий Хәбиров. – Быға өҫтәп, бөгөнгө ваҡиға М-12 трассаһының 65 саҡрым оҙонлоҡтағы яңы участкаһы асылыу менән тап килде, был да ҡыуандыра.

Фото: glavarb.ru

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевкә һәйкәл асылды
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевкә һәйкәл асылды
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевкә һәйкәл асылды
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевкә һәйкәл асылды
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевкә һәйкәл асылды
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевкә һәйкәл асылды
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас