Ишембай районының Ишәй ауылында улдарын махсус хәрби операцияға оҙатҡан Сәлимә менән Әғзәм Ғәлләмовтар ғаиләһе менән танышыу форсаты тейҙе. Уларҙың “Агзамович” позывнойлы улдары бөгөн махсус хәрби операцияла. Ул арала беҙҙең менән танышырға яугирҙең ҡатыны Таңһылыу ҙа килеп инде.
Был көндө бер иҫтәлекле ваҡиғаның шаһиты булдыҡ. Сәлимә апай менән Әғзәм ағайҙың бергә ғүмер итеүҙәренә 60 йыл икән.
– Улым яуҙа йөрөгәндә мәжлес йыйып ултырырға күңелем тартмай. Һуғыш тамамланып иҫән-имен ҡайтҡас та өлгөрөрбөҙ. 60 йыл бергә йәшәгән дә кеүек булманы. Татыу ғүмер итер өсөн берең ут булғанда, икенсеңә һыу булырға, бер-береңде ғәфү итә белергә кәрәк. Ҡәйнә менән 30 йыл бергә йәшәнем. Балаларымды ул ҡарашты. Ике айлыҡ сабыйымды ҡәйнәмә ҡалдырып, эшкә сығып киткәнем әле лә күҙ алдымда, – тип һөйләп алып китте Сәлимә апай.
Ғаилә башлығына 87 йәш, ҡатынына 84 йәш булһа ла, матур ҡартайғандар. Биш бала: өс ҡыҙ, ике ул үҫтереп, барыһына ла һөнәр, яҡшы тәрбиә биргәндәр. Уларҙың өсәүһе Ишәйҙә ҡалған, икәүһе Стәрлетамаҡта йәшәй. Ҡала яҡын булғас, ата-әсә йортонан уларҙың юлы өҙөлмәй. Әленән-әле ҡайтып яҡындарының хәлен белеп торалар. Алты ейән-ейәнсәрҙәре, дүрт бүләсәрҙәре өсөн дә һөйөнөп ғүмер итә Сәлимә апай менән Әғзәм ағай.
Махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән улдары ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән.
– Теремек, шуҡ, аҡыллы бала булды бәләкәй сағынан. Пластилиндан һалдаттар эшләргә яратҡаны хәтерҙә ҡалған, шул һалдаттарҙың ҡулдарына автомат яһап тоттороп ҡуя ине. Техникаға ла ҡыҙыҡһыныуы булды. Уйынсыҡтарын һүтеп ҡарарға яратты. Бер ваҡыт атаһы уйынсыҡ танк алып ҡайтып бирҙе. Күп тә үтмәне уны ла һүтеп ташланы. Хатта яңы велосипедын да һүтеп эсен аҡтарҙы, – тип хәҙер ине көлөп хәтергә алалар үткәндәр тураһында.
Махсус хәрби операцияға тиклем яугир крәҫтән (фермер) хужалығы ойоштора. Ер эшен яратҡанғалыр күпләп, йәшелсә, бәрәңге үҫтереү менән шөғөлләнә. Махсус хәрби операцияға повестка килгәс, юғалып ҡалмай.
– “Ҡасып йөрөмәйем, барам” тине. Ул тормошта шул тиклем оптимист кеше. Бер ҡасан да ҡыйын тигәне юҡ. Әле лә,”минең барыһы ла һәйбәт”, ти. Бик иғтибарлы тормош иптәше, хәстәрле атай ул. Донъя көтөүгә лә шәп. Белмәйем, тигәне юҡ. Нимәгә тотонһа, шуны килтереп сығара. Ғаиләһен бер ҡасан да мохтажлыҡта йәшәтмәне, – тип тормош иптәше тураһында һөйләгәндә йөҙө яҡтырып китә Таңһылыу ханымдың.
Ишәй яугире үҙен махсус хәрби операцияла ла күрһәтеп өлгөргән. Быйыл ғына “Шайморатов” ордены менән наградланған, шулай уҡ “Суворов” миҙалы һәм башҡа наградалары яҡындары өсөн ғорурлыҡ.
Яугир ике тапҡыр ялда булып киткән, тағы ла ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтәләр.
–Тормош иптәшем һәр ваҡыт сюрприз эшләргә ярата. Тәүге ҡайтҡанында таңғы биштә Раевканан ҡаршы алырға тейеш инек. Төнгө сәғәт икелә “Ас ишекте” тип телефонға ирем шылтыратты. Беҙгә әйтмәй генә шулай ҡайтып төшкән, – тип һөйләне Таңһылыу ханым.
Килененең һүҙенә Сәлимә апай ҙа ҡушылды.
–Беҙгә лә көтмәгәндә килеп керҙе. Ингән дә шым ғына телевизор ҡараған атаһы эргәһенә килеп ултырған. Икенсе бүлмәнән килеп сығып улымды күреп ҡалдым. Матур гөлләмәләр менән ҡайтып керҙе. Шулай сәскә бүләк итергә ярата ул, – ти һөйөнөп әсә кеше.
Ил алдындағы бурысын яуаплы үтәгән улы айырыуса атай кеше өсөн ғорурлыҡ.
–Улым менән бик ғорурланам. Илде бер кеше һаҡлай алмай. Эргәһендә уның кеүек егеттәр күп. Барыһы ла улар ил терәге. Минең теләгем – яугирҙәр иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын, – тине ул. Әйткәндәй, Әғзәм ағай үҙе лә өс йыл армияла хеҙмәт иткән. Армия егеттәр өсөн яҡшы тәрбиә бирә, тигән фекерҙә. Үҙе йәш саҡта һабантуйҙарҙа көрәшеп йөрөһә, уға ҡарап улы ла мәктәп йылдарынан көрәшкә ылыға, гер ҙә күтәргән, ҡул һуғышы менән дә шөғөлләнгән.
2008 йылдан диндә булған , намаҙ уҡыған Сәлимә апай яугир улын изге доғаларынан өҙмәй. Ишәй яугиренә еңеү менән ата-әсәһе, ҡатыны, балалары янына иҫән-имен ҡайтырға яҙһын.
Фотолар ғаилә архивынан.
Ишембай районы.