Ғорурланабыҙ
26 Декабрь 2024, 08:00

Яугирҙәрҙе Яңы йыл бүләктәре менән ҡыуандырғандар

Ауырғазы районы халҡы яҡташ яугирҙәренә тағы бер гуманитар ылау оҙатҡан. Уға район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов етәкселек иткән.

Яугирҙәрҙе Яңы йыл бүләктәре менән ҡыуандырғандарЯугирҙәрҙе Яңы йыл бүләктәре менән ҡыуандырғандар
Яугирҙәрҙе Яңы йыл бүләктәре менән ҡыуандырғандар

Ауырғазы районы халҡы яҡташ яугирҙәренә тағы бер гуманитар ылау оҙатҡан. Уға район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов етәкселек иткән.

Ике мең саҡрымға яҡын юл үтеп, Ауырғазы әүҙемдәре яҡташтарының үтенесе буйынса йыйылған әйберҙәрҙән торған йөктө имен-аман алып барып еткергән. Гуманитар ылауға хәрби бурыстарҙы үтәүгә тәғәйенләнгән техник ҡоролмалар, ҡышҡы кейем, маскировка селтәрҙәре һәм, әлбиттә, Яңы йыл күстәнәсе, бүләктәре һалынған.

“Яңы йылды егеттәр алғы һыҙыҡта ҡаршылай, әммә эскерһеҙ ярҙам һәм яҡташтарҙың күңел йылыһы уларҙың яугирлек рухын күтәреп, еңеүҙе лә яҡынайтҡанына ышанам! Районыбыҙҙың байрам ылауын йыйыуға битараф булмаған, ярҙамлашҡан кешеләренә рәхмәт. Яугирҙәр рәхмәт әйтте, яҡташтарға сәләм тапшырҙы.

Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, егеттәр, һәм һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙербеҙ! Армия менән халыҡ берҙәм саҡта, еңелмәҫбеҙ!” – тип яҙҙы район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов.

Сығанаҡ: https://vk.com/arslansagaretdinov

Яугирҙәрҙе Яңы йыл бүләктәре менән ҡыуандырғандар
Яугирҙәрҙе Яңы йыл бүләктәре менән ҡыуандырғандар
Яугирҙәрҙе Яңы йыл бүләктәре менән ҡыуандырғандар
Яугирҙәрҙе Яңы йыл бүләктәре менән ҡыуандырғандар
Яугирҙәрҙе Яңы йыл бүләктәре менән ҡыуандырғандар
Яугирҙәрҙе Яңы йыл бүләктәре менән ҡыуандырғандар
Яугирҙәрҙе Яңы йыл бүләктәре менән ҡыуандырғандар
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас