Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
19 Ғинуар , 11:00

Һәләк булған улдарының өс балаһын тәрбиәләйҙәр

Ике яугир ул үҫтергән был ата-әсә ҙур ихтирамға лайыҡ.

Һәләк булған улдарының өс балаһын тәрбиәләйҙәр
Һәләк булған улдарының өс балаһын тәрбиәләйҙәр

Ишембай районының Скворчиха ауыл биләмәһенән 15-ләп яугир махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ауылдарҙағы халыҡ дәррәү һалдаттарға ярҙам итеүҙе хәстәрләп кенә ҡалмай, уларҙың ғаиләләренә лә иғтибар күрһәтә.

Наталья менән Григорий Черновтар - ауылдың тырыш, матур ғаиләләренең береһе. Уларҙың ике улдары контракт буйынса махсус хәрби операцияға юлланған. Үкенескә  ҡаршы, “Темный” позывнойлы кесе улдары күптән түгел һәләк булған.

Йөрәктәре ҡара ҡайғынан янһа ла, уларҙың иңенә тағы ла яуаплыраҡ бурыс һалына. Һәләк булған улдарының өс балаһын опекаға алып тәрбиәләйҙәр. Уларҙың икәүһе мәктәп йәшендә булһа, береһе балалар баҡсаһына йөрөй.

Ҡайғыңды уртаҡлашыр, ярҙам итер яҡындарың, ауылдаштарың булғанда тормош һынауҙарына ла бирешмәй кеше.

Черновтар ҙа был йәһәттән үҙҙәренә ҡарата иғтибар тойоуҙарын белдерҙе.

–Ярҙам һорарға бик тырышмайым, ләкин ауыл хакимиәтенә мөрәжәғәт итһәм, бер үтенесемде лә кире ҡаҡҡандары юҡ. Бөтә һорауҙарымды хәл итәләр. Яңы йыл байрамы алдынан ауыл биләмәһе башлығы Сәлимә Герасименко балаларға байрам күстәнәстәрен алып килде. Бындай иғтибарға сабыйҙарҙың да, беҙҙең дә күңел булды. Яугирҙәрҙең әсәһе булараҡ, Әсә көнөнә ҡатыныма аҙыҡ-түлек тупланмаһы килтерҙеләр, башҡа байрамдарҙа ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар. Йорт алды ла ҡарҙан таҙартылып тора, бының өсөн фермерыбыҙға рәхмәт, – тип һөйләне Григорий Чернов.

Ҡурҡыу белмәҫ, патриот улдар үҫтергән был атай менән әсәйгә һоҡланыуыбыҙ ҙа, рәхмәтебеҙ ҙә сикһеҙ. Ауырлыҡтар уларҙы һындырмаһын, махсус хәрби операциялағы өлкән улдары иҫән-имен ҡайтып ата-әсәһен ҡыуандырһын.

 Фото: Черновтарҙың ғаилә архивынан.

Фотола: Ҡыйыу һалдаттар үҫтергән атай менән әсәй.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: