Ғорурланабыҙ
24 Ғинуар 2025, 13:10

“Ватанды һаҡлаусының атаһы” фотопроекты старт алды

Беҙ уны хуплап, ысын геройҙар һәм Ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләгән Башҡортостан атайҙары хаҡында һөйләргә булдыҡ.

“Ватанды һаҡлаусының атаһы” фотопроекты старт алды“Ватанды һаҡлаусының атаһы” фотопроекты старт алды
“Ватанды һаҡлаусының атаһы” фотопроекты старт алды

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды Башҡортостан Республикаһындағы филиалының һәм “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” Бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының “Ватанды һаҡлаусының атаһы” берлектәге фотопроекты старт алды.

Унда сафтағы йәки һәләк булған яугирҙәрҙең, махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың атай-әсәйҙәре ҡатнаша. Фотоларҙа атайҙар, улдарының портреттарынан тыш, улының наградалары, хәрби формаһы менән бәйле әйберҙе тотасаҡ.

– Был проектты тәүгеләрҙән булып Дәүләт фондының үҙәк аппаратынан коллегаларыбыҙ тормошҡа ашырҙы. Беҙ уны хуплап, ысын геройҙар һәм Ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләгән Башҡортостан атайҙары хаҡында һөйләргә булдыҡ. Фильм төшөрөү йомғаҡтары буйынса Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан “Ватанды һаҡлаусы атаһы” фотокүргәҙмәһе ойоштороласаҡ, – тип белдерҙе “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

Фотоһүрәттәр 2025 йылдың 20 ғинуарынан 15 февраленә тиклем fotozashitnik@mail.ru.электрон адресы буйынса ҡабул ителә. Ҡатнашыусыларға анкета тултырып, тейешле ваҡытҡа эштәрҙе ебәрергә кәрәк. Конкурс положениеһында ҡатнашыуҙың тулы шарттары менән танышырға мөмкин.

Положение: disk.yandex.ru/i/7SGa1VO4...

Фотолар сығанағы: vk.com/wall496276469_20798.

#ЗащитникиОтечества
#ГульнурКульсарина
#ЗащитникиОтечестваБашкортостан
#Фотопроект
#ОтецзащитникаОтечества

“Ватанды һаҡлаусының атаһы” фотопроекты старт алды
“Ватанды һаҡлаусының атаһы” фотопроекты старт алды
“Ватанды һаҡлаусының атаһы” фотопроекты старт алды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас