Ғорурланабыҙ
27 Ғинуар 2025, 07:30

"Ухо" уяу, һиҙгер һәм тәүәккәл

Егет кеше һалдат ҡайышын мотлаҡ тағырға тейеш

"Ухо" уяу, һиҙгер һәм тәүәккәл"Ухо" уяу, һиҙгер һәм тәүәккәл
"Ухо" уяу, һиҙгер һәм тәүәккәл

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарыбыҙ, сират буйынса, ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтарыла. Мәҫәлән, "Ухо" позывнойлы яҡташыбыҙ ошо көндәрҙә ялға ҡайтҡан. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, отпуск буйынса бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡтар юҡ, әлегеһе – бишенсеһе.

"Ухо" – тыумышы менән Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан. Мобилизацияға тиклем, үҙе әйтмешләй, Себер юлын тапаған. Кәләше Ольга Владимировна Иҫәнғол 2-се урта мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы.

– Белем усаҡтарында бер нисә урында уҡыусы балалар менән осрашыуға саҡырҙылар, шуға һөйөнәм – ҡыҙ һәм малайҙарҙың ҡыҙыҡһыныуҙары шул хәтлем көслө, төрлө йүнәлештә һорауҙар бирәләр, – тип һөйләй "Ухо" позывнойлы һалдат. – Тағы ла малайҙарҙың армияға барырға теләктәре ныҡ көслө, хөрмәтем ҙур уларға. Егет кеше һалдат ҡайышын мотлаҡ тағырға тейеш. Ватаныбыҙҙы һаҡлау – ир-аттың бурысы.

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам төрлө йүнәлештә күрһәтелә. Беҙҙең менән әңгәмәләшкән ил һаҡсыһы ла быны айырым билдәләп үтте.

"Ухо" әйтеүенсә, илебеҙ етәкселеге дөрөҫ сәйәсәт алып бара, дошман сигенә.

Фото: Ольга Бартукова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас