Хәҙер илебеҙҙә махсус хәрби операция ҡағылмаған ғаиләләр һирәктер. Кемдеңдер улы, атаһы, олатаһы, ейәне йә ҡатыны, әсәһе, ҡыҙы, туғаны, дуҫы Еңеү хаҡына Ватан һағына баҫты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙар ҙа бар. Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылынан да махсус хәрби операцияға киткән ир-егеттәр байтаҡ. Араларында кадрҙағы офицерҙар ҙа бар. Уларҙың береһе – Илгизәр Юрик улы Зиннуров һуғыштың тәүге көндәрендә үк батырҙарса һәләк булған.
Илгизәрҙең әсәһе Рәмилә Зиннурова беҙҙе күҙ йәштәрен һөртә-һөртә ҡаршы алды. Ҡапыл да һүҙ башлауы ла ауыр булды. Танышҡандан һуң һүҙҙәр беректе, апай хәтирәләрен уртаҡлашты.
Рәмилә Ҡәүи ҡыҙы менән Юрик Олег улы Зиннуровтар күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән улдары Илнур әлеге ваҡытта Силәбе өлкәһенең Озерск ҡалаһында контракт буйынса хеҙмәт итә. Күрше ауыл ҡыҙына өйләнеп, береһенән-береһе матур өс ҡыҙ үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Ләйсән Бөрө педагогия институтын тамамлап, әлеге мәлдә Өфөлә “Башнефть” предприятиеһында инженер-технолог булып эшләй, быйыл кейәүгә сыҡҡан.
Улдары Илгизәр урта мәктәпте тамамлағас, 2014 йылда Силәбе ҡалаһындағы Хәрби-һауа көстәренең Н.Е. Жуковский һәм Ю.А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһына уҡырға инә. 2019 йылда ҡулына хәрби идаралыҡ офицеры дипломын алған белгесте Свердловск өлкәһендәге Каменск-Уральский ҡалаһына эшкә ебәрәләр.
– 2022 йылдың 2 февралендә ҡайтып китте. Шул саҡта: “Ырымбурға күнекмәләргә китеп барабыҙ”, – тине. 23 февралдә уға шылтыраттым, алманы. Кисен үҙе шылтыратып: “Әсәй, мин оҙаҡ булмайым, мине юғалтмағыҙ. Оҙаҡ һөйләшә алмайым”, – тине. Ошо беҙҙең һуңғы һөйләшеүебеҙ булды. 8 мартта Диана киленгә шылтыратып: “Әсәй алдында минең исемдән ғәфү үтен, дөрөҫөн әйтә алманым”, – тип әйткән. Шунан һуң уның менән бәйләнеш бөтөнләй юғалды. Беҙ уны эҙләй башланыҡ. 21 июндә табылды, 25 июндә алып ҡайттылар... – тип һөйләне Рәмилә Ҡәүи ҡыҙы.
Илгизәр бала саҡтан хәрби хеҙмәткәр булырға хыялланған. Яҡшы уҡый, бейеү түңәрәгенә йөрөй, спорт менән шөғөлләнә, мәктәптең хоккей командаһы капитаны була. Бигерәк тә хәрби кейем кейергә яратҡан. Шуға ла 23 февралдә – Ватанды һаҡлаусылар көнөндә уҙған сараларҙа ихлас ҡатнашҡан. Хәрби академияны ла “дүрт” һәм “биш” билдәләренә тамамлаған.
Әйткәндәй, 2014 йылда ауылдағы урта мәктәпте 15 уҡыусы тамамлаһа, шуларҙың алтыһы хәрби юғары уҡыу йортона уҡырға ингән. Алтыһы ла, уҡыуҙарын уңышлы тамамлап, хәрби хеҙмәт юлын дауам иткән. Был класташ офицерҙарҙың бишеһе махсус хәрби операция ла ҡатнаша. Улар араһынан Илгизәр Зиннуров тәүге көндән үк алғы һыҙыҡҡа ебәрелә.
2022 йылдың авгусында мәктәптә Илгизәр Зиннуров хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыла. Шулай уҡ уны үлгәндән һуң “Батырлыҡ өсөн”, генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләйҙәр. Наградаларҙы уның ата-әсәһенә тапшыралар.
Рәмилә апай хәтирәләр ебен тағатыуын дауам итте.
– Илгизәргә никах уҡытҡайныҡ, туйҙары булмай ҡалды. Китеп барғанда: “Беҙ ҡайтабыҙ ҙа Диана менән ЗАГС-ҡа барабыҙ”, – тип әйтте. “Ҡасан ҡайтаһың инде?” – тип һораным. “Берәй айҙан”, – тине. Кем белгән шулай булырын. Яҙмыштыр инде... – тип көрһөнөп ҡуйҙы Рәмилә Ҡәүи ҡыҙы.
Рәмилә апай мәктәптә эшләгән, ә Юрик Олег улы иретеп йәбештереүсе булған. Әле хаҡлы ялдалар. “Илгизәр һәләк булғандан һуң икебеҙ ҙә ауырыуға һабыштыҡ, хәҙер дауахана юлын тапайбыҙ. Элек көн дә киске сәғәт 8-ҙә шылтырата ине, әле лә ошо ваҡыт етһә, шылтыратыр кеүек, көтәм...” – тине Рәмилә апай, көрһөнөп.
Беҙ барғанда Илгизәрҙең ағаһы Илнур ғаиләһе менән ялға ҡайтҡайны.
– Бала саҡта уның менән гел һуғыштыҡ. Илгизәрҙең бер ҙә баш биргеһе килмәне, тыңлашмай ине. Үҫкәс, бер-беребеҙгә терәк булдыҡ, һәр саҡ ярҙам итештек. 2022 йылдың 20 февралендә шылтыратып һөйләштек, шул саҡта ул: “Украинаға барабыҙ”, – тине. Ошо һуңғы аралашыуыбыҙ булған, – ти Илнур.
Зиннуровтар ғаиләһе мәктәптә Илгизәр Зиннуровтың иҫтәлегенә уҙғарылған хоккей турнирын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, үҙҙәре лә еңеүселәргә бүләктәр алып килә. Махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам әҙерләүҙә лә ситтә ҡалмайҙар. Ауыл биләмәһе хакимиәте лә яугирҙең ғаиләһен онотмай, мөмкин тиклем рухи ярҙам күрһәтергә тырыша. Шулай итеп, илгә килгән ҡайғыны бергә күтәреп йәшәй ауылдаштар. Һәр ғаиләгә түҙемлек теләйбеҙ, тиҙерәк Еңеү килһен.
Рәмилә МУСИНА.
Рәмилә Мусина фотолары.