Ғорурланабыҙ
30 Ғинуар 2025, 03:00

Иртә менән ҡыҙҙар селтәр үрә...

Өйҙә лә мәшәҡәттәрем етерлек тип тормағандар.

Иртә менән ҡыҙҙар селтәр үрә...Иртә менән ҡыҙҙар селтәр үрә...
Иртә менән ҡыҙҙар селтәр үрә...

Ауырлыҡтар кешене сыныҡтыра тиҙәр. Ысынлап та, шулайҙыр. Махсус хәрби операция ла халыҡты бергә тупларға  булышлыҡ итте. Командировка менән райондарға сыҡҡан мәлдә лә бындай күренештәргә йыш тап булабыҙ. Кешеләрҙең изгелегенә, ихласлығына һоҡланып ҡайтабыҙ.

Миәкә районына эш сәфәребеҙ мәлендә  Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылы мәҙәниәт йортонда маскировка селтәрен үреүсе бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙы тап иттек. Өйҙә лә мәшәҡәттәрем етерлек, тип тормағандар, иртәнге сәғәттәрҙә үк селтәр үрергә килеп еткәндәр. Ауыл китапханасыһы Зөлфиә Насирова бында эштең туҡталмауын белдерҙе.

– Ауылыбыҙҙа ике урында: мәктәптә һәм мәҙәниәт йортонда маскировка селтәре үрәбеҙ. Хәҙер йылдан ашыу был эш менән шөғөлләнәбеҙ. Һалҡындарҙа ла кеше өҙөлмәй. Һәр кем ҡулынан килгәнсә еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Клубта ғына 20-ләп селтәр үрҙек. Йәштәр ҙә, ололар ҙа изге эштән ситтә ҡалмай, – тине ул.

Селтәр үреп кенә ҡалмайҙар, башҡа төрлө ярҙамға ла дәррәү тотоналар. Уңған ҡатындар эшкә шәп булһалар ҙа, фотоһүрәткә төшөргә ҡыйынһынып ҡына ризалаштылар.  Ошо сифаттары менән дә һоҡланыу уяттылар. Уларға изге эштәрендә тик уңыштар теләйбеҙ.

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас