Ғорурланабыҙ
2 Февраль 2025, 12:00

Бөгөн – Сталинград алышындағы еңеүгә 82 йыл

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрендә Сталинград һуғышы, ундағы еңеүгә өлөш индергән Башҡортостан ҡаһармандары тураһында яҙҙы.

Бөгөн – Сталинград алышындағы еңеүгә 82 йылБөгөн – Сталинград алышындағы еңеүгә 82 йыл
Бөгөн – Сталинград алышындағы еңеүгә 82 йыл

“Бөгөн Сталинград янында фашистарҙы тар-мар итеүгә – 82 йыл. Алыш Бөйөк Ватан һуғышы барышында һынылыш осоро була. Быны сит илдәрҙә лә танығандар. Мәҫәлән, Икенсе донъя һуғышында ҡатнашыусы Америка астронавты Дональд Слейтон Сталинград һуғышының нисек үтеүен иҫенә төшөрә: “Гитлерсылар капитуляцияға бирелгәндә... Барыһы ла бының һуғыштағы мөһим боролош икәнен, фашизмдың көндәре һанаулы ҡалғанын аңланы”. Әгәр элекке союздаштарыбыҙ ата-бабаларының тарихына йышыраҡ мөрәжәғәт итһә, нацизмды еңеүгә беҙҙең илдең тос өлөш индергәне, моғайын, бер кемдә лә шик тыуҙырмаҫ ине!

 Сталинград янында Башҡортостан яугирҙәре лә алыша. Беҙҙең һалдаттар Сталинград фронтына запас частарҙан юллана. Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге билдәле 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, полковник Иван Афониндың 300-сө уҡсылар дивизияһы, генерал-майор Николай Бирюковтың 214-се уҡсылар дивизияһы, полковник Сергей Гороховтың 124-се айырым уҡсылар бригадаһы. Ырымбур өлкәһендә ҡайтанан ойошторолған 226-сы уҡсылар дивизияһы составында Өфө пехота училищеһын тамамлаған 500 кеше көрәшә.

Был ҡыҙыу алыштар тураһында бөтәһе лә белмәй: 1943 йылдың ғинуарында 44-се уҡсылар дивизияһы командованиеһы алдына дошмандың һалдаттар, ҡорал һәм боеприпастар менән килгән эшелондарына Сталинград яғына хәрәкәтте ябыу бурысы ҡуйыла. Красновка станцияһына килгән ерҙә Ҡыҙыл Армияның 13 һалдаты тәүлектән ашыу дошман менән тиңһеҙ алыш алып бара һәм һәләк була. Улар араһында беҙҙең республикала тыуып үҫкән яугирҙәр – кесе сержант Тимерәй Көбәкәев һәм рядовой Зөбәй Үтәғолов була.

Тимерәй Көбәкәев сығышы менән Ҡалтасы районынан, һуғышҡа тиклем тракторсы, ағас ҡыуыусы булып эшләгән. Белорет районынан Зөбәй Үтәғолов юғары белемле булған, хәрби хеҙмәткә саҡырылғансы мәктәп директоры вазифаһын алып барған. Уларҙың икеһенә лә, башҡа 11 яугир кеүек үк, һәләк булғандан һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Ул йылдарҙағы геройҙар хаҡында иҫтәлек – һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә. Уларҙың эшен махсус хәрби операция барышында нацизмға ҡаршы көрәшеүселәр дауам итә. 80 йыл әүәле кеүек үк, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, сөнки хәҡиҡәт һәр саҡ еңә!” – тип яҙҙы Андрей Назаров.

Яҙма сығанағы, фото: https://vk.com/agnazarov

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас