Бөгөн Өфөлә, Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Аҡ залында, махсус хәрби операция биләмәһендә эшләп ҡайтҡан Башҡортостан журналистарның фотоһүрәттәренән торған күргәҙмә асылды. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған экспозицияны Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты менән Башҡортостан Журналистар союзы берлектә ойошторҙо. Эдуард Ҡусҡарбәков, Ильяс Батыргәрәев, Булат Саҙрыев, Олег Яровиков, Валерий Шахов, Фәнис Гәрәев һәм Игорь Хлопотовтарҙың эштәре – махсус хәрби операция биләмәһендә төшөрөлгән документаль кадрҙар. Бында Аҡмулла университетының ирекмәндәре, студенттары һәм уҡытыусыларының гуманитар ярҙам йыйыу, уны тапшырыу мәлдәре лә һынландырылған.
Күргәҙмәне БДПУ ректоры Салауат Сәғитов асты. Үҙенең телмәрендә ул Тыуған илебеҙҙең, Бөйөк Ватан һуғышы барған саҡтағы кеүек, тағы ла нацизм менән йөҙгә-йөҙ осрашыуын, үҙенең бойондороҡһоҙлоғон, мәнфәғәттәрен, киләсәген яҡлар өсөн тағы ла яу алып барырға мәжбүр булғанын телгә алды.
– Әлбиттә, был күргәҙмә булмаһа, йәғни Ватаныбыҙға махсус хәрби операция алып барыу кәрәкмәһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Әммә әлеге мәлдә беҙҙең Башҡортостандың, тотош Рәсәйҙең ир-егеттәре илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлау, халҡыбыҙ хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн көрәшергә мәжбүр. Махсус хәрби операцияға ҡағылышлы мәғлүмәт тарих өсөн, йәштәребеҙ өсөн һаҡланып ҡалырға тейеш, шуға ла ошо эшкә өлөш индергән журналистарға ысынбарлыҡты еткергәндәре өсөн ҙур рәхмәт әйтке килә, – тине Салауат Тәлғәт улы.
БР Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов Аҡмулла университеты етәкселегенә күргәҙмәне ойоштороу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Махсус хәрби операция биләмәһенә барыу – ул беҙҙең эштең бер өлөшө, унда бер нисә тапҡыр барып ҡайттыҡ. Оҙаҡламай Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан бер төркөм тағы ла унда юллана, – тип билдәләп үтте ул. Күргәҙмәлә эштәре ҡуйылған коллегалар тураһында йылы һүҙҙәр еткерҙе, хөрмәтен белдерҙе. 21 февралдә Ш.Хоҙайбирҙин музейында сираттағы экспозицияны асырға йыйыныуҙары хаҡында ла хәбәр итте.
– Был күргәҙмәләге ҡайһы бер эштәрҙе Рәсәй кимәлендә лә ҡаранылар, сөнки былтыр Рәсәй журналистарының Сочиҙа үткән форумында уларҙы күрһәттек, – тине ул. – Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Радий Фәрит улы республикабыҙ, илебеҙҙең хәрби хәбәрселәренә рәхмәт белдерҙе һәм Шайморатов генерал миҙалын тапшырҙы.
МХО биләмәһендә журналистарҙың эше ябай түгел, улар һәр саҡ хәүеф аҫтында. Шуға ҡарамаҫтан, улар үҙҙәренең һөнәри бурысын лайыҡлы үтәй. Коллегаларыбыҙға булышлыҡ итер өсөн Журналистар союзы ҙур эш алып бара, ул артабан да дауам ителәсәк, – тине Вәдүт Ғәйфулла улы.
Күргәҙмәне асыуҙа ҡатнашҡан хөрмәтле ҡунаҡтар уға ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Рауил Ғаян улы Ғиззәтуллин, “Ватанды һаҡлаусылар” ойошмаһының Башҡортостан филиалында бүлек етәксеһе:
– Был фотоһүрәттәр бик мөһим, улар киләсәктә балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эшенә ҙур өлөш индерер, тип уйлайым. Хәрбиҙәребеҙҙең эше, Ватан хаҡына мөҡәддәс хеҙмәте тураһында белергә, күрергә тейешбеҙ. Әлеге экспозицияны йәштәр – студенттарҙың күреүе улар өсөн бик фәһемле, сөнки был тарихтың киләсәк быуындарға нисек итеп тапшырылыуы уларҙан, буласаҡ уҡытыусыларҙан, тора. Беҙ фотолар аша күргән миҙгелдәр мотлаҡ дәүләтебеҙ тарихына инер. Беҙ ҙә был хаҡта бер ҡасан да иҫтән сығармаҫҡа, тарихыбыҙҙы хөрмәт итергә, ғорурланырға тейешбеҙ!
Александр Илтуғанов, махсус хәрби операция ветераны:
– Махсус хәрби операция ветерандары һәм унда ҡатнашыусылар исеменән күргәҙмә өсөн БДПУ етәкселегенә, бар ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдергем килә. Тарих тураһында хәтерҙе һаҡлау бик мөһим эш, сөнки шулай булмаһа, киләсәк быуындар ата-бабаларының үҙ ере, уның именлеге, азатлығы хаҡына ниндәй ҡаһарманлыҡтар ҡылғанын белмәй үҫер ине. 80 йыл элек олатайҙарыбыҙ нацизмға ҡаршы яуға сыҡҡан, тиңһеҙ алышта еңеүгә өлгәшкән. Бөгөн дә тарих ҡабатлана, һәм инде беҙҙең быуын ҡара көстәргә ҡаршы көрәшә. Һәм, тап 80 йыл элекке кеүек үк, Еңеү беҙҙең яҡта булыр!
Экспозицияны ҡараған БДПУ студенттарына ул нисек тәьҫир иткән? Йәштәрҙе тыңлайыҡ.
Эвелина Шәүетдинова, Аҡмулла универститетының 1-се курс студенты:
– Был фотолар миндә ғорурлыҡ уятты. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең батырлыҡтары тураһында беләбеҙ, Тыуған илде һаҡлаусыларға ҡарата һоҡланыу, рәхмәт тойғоһо йөрөтәбеҙ. Мине уларҙың яу яланындағы көнкүреше шарттары ҡыҙыҡһындыра ине. Күргәҙмәләге фотолар ошо яҡты ла бер аҙ аса. Фото авторҙарының береһе Эдуард Ҡусҡарбәков әйтеүенсә, ул яугирҙәрҙең тәнендәге генә түгел, ә күңелендәге яраларҙы ла күрһәтергә теләгән. Был бурысты МХО-ла эшләгән журналистар атҡарып сыға алған, тип уйлайым.
Камилла Басирова, Аҡмулла университеты колледжының 3-сө курс студенты:
– Был фотоһүрәттәргә ҡарап һоҡланыу ҙа, шул уҡ ваҡытта ҡурҡыу ҙа кисерҙем. Мәҫәлән, берәүһендә журналист апай емерек бина эргәһендә тора. Нисек ҡурҡмайынса яу барған ерҙә эшләйҙәр, теләһә ҡайһы ваҡытта утҡа тотоуҙары ла ихтимал бит! Шуны уйлап тетрәндем.
Махсус хәрби операцияла Ватаныбыҙҙы һаҡлап яуға ингән ағайҙарға ла һоҡланам да, уларҙың шундай ҡырыҫ шарттарҙа, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып йөрөгәндәре өсөн йәлләйем дә... Күбеһенең яугир туғандары бар. Минең дә ике туған еҙнәм әлеге ваҡытта яу яланында.
Рәүилә Ғатауллина.
Автор һәм Александр Данилов фотолары.