Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итмәгән бер генә лә ауыл ҡалмағандыр. Ишембай районының төпкөлдә урынлашҡан Иҫке Һәйет ауылы халҡы ла был йәһәттән өлгө күрһәтә.
Тотош ауыл биләмәһендә башҡарылған эшкә дәррәү ҡушылып китәләр: улар былтыр октябрь айынан клубҡа йыйылып госпиталдәге һалдаттар өсөн мендәрҙәр, түшәктәр тегә башлаған. Эслеге әҙер булһа ла, тышлығы өсөн туҡыманы халыҡ үҙе хәстәрләй. Тиҫтәләгән кеше клубҡа килеп ошо эште башҡара. Килә алмағандар өйҙәрендә тышлыҡ тегеп, ярҙам ҡулын һуҙа.
– Ауылдаштарға рәхмәт. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙамға тип аҡса йыйғанда ла береһе лә ситтә ҡалмай. Мендәр, түшәктәр эшләгәндә лә эшкә әүҙем тотондолар. Яңы йылға тиклем 80 мендәр, биш түшәк эшләп оҙаттыҡ. Байрамдан һуң тағы ла 70 мендәр, бер түшәк әҙерләп ҡуйҙыҡ. Хәҙер түшәктәрҙе күберәк эшләргә ине. Мендәр тултырғанда “һуғыш бөтһөн, яугирҙәр иҫән-имен ҡайтһын” тигән изге теләктәребеҙҙе теләп башҡарабыҙ эшебеҙҙе, – тип һөйләне Иҫке Һәйет ауыл клубы мөдире Фәнилә Хәмитова.
Әлеге көндә был ауыл халҡы окоп шәмдәре эшләү өсөн консерва банкаларын йыя башлаған. Киләсәктә был эшкә лә тотонорға ниәтләйҙәр.
Иҫке Һәйетте егәрлеләр төйәк иткән. Был ауыл боронғо шөғөлдәрҙе һаҡлауы менән дә үҙенсәлекле. Бында йүкәнән бумалалар, йыуғыстар эшләү киң таралған. Оҙон ҡышҡы кистәрҙә күптәр ошо шөғөл менән мәшғүл.
Донъя мәшәҡәттәренә һылтанмай, дәррәү һалдаттарға ярҙам итергә тырышҡан иҫке һәйеттәр һоҡланыу уята.
Фото: ауыл клубынан.