Ғорурланабыҙ
8 Февраль 2025, 11:00

"Каспий" яуҙаштарын ҡотҡара

"Төндә беҙгә “Баба Яга” дрондары һөжүм итте. Дүрт иптәшебеҙ яраланды, ауыр хәлдәгеһе лә бар ине. Барыһын да йыйып, ярҙам күрһәтеү, эвакуация ойоштороу ҡатмарлы ғына булды". 

"Каспий" яуҙаштарын ҡотҡара"Каспий" яуҙаштарын ҡотҡара
"Каспий" яуҙаштарын ҡотҡара

Баш ҡалабыҙҙың Ленин районы хакимиәте социаль төркөмдәрендә батыр яҡташыбыҙ – “Каспий” позывнойлы хәрби фельдшер тураһында һөйләне.  

Район хакимиәте яугир медик тураһында видеояҙма менән уртаҡлашты. “Каспий” үҙе һөйләүенсә, ул махсус хәрби операцияға 2023 йылда киткән. Быға тиклем 18-19 йыл “Ашығыс ярҙам”да эшләгән.  

МХО биләмәһендәге яуаплы хеҙмәте тураһында ул талғын ғына, ирҙәрсә тыныслыҡ менән бәйән итә.

– Алғы һыҙыҡҡа иң беренсе ингән саҡтағы бер күренеш ныҡ хәтерҙә ҡалды. Төндә беҙгә “Баба Яга” дрондары һөжүм итте. Дүрт иптәшебеҙ яраланды, ауыр хәлдәгеһе лә бар ине. Барыһын да йыйып, ярҙам күрһәтеү, эвакуация ойоштороу ҡатмарлы ғына булды. Миңә был хәлдең бер яңылығы ла юҡ ине, сөнки “гражданка”ла оҡшаш ваҡиғалар менән осрашырға тура килгеләне, – ти ул.

“Каспий” әйтеүенсә, махсус хәрби операция уның тормошонда һәм һөнәрендә яңы этапҡа әйләнгән. Тағы ла ул шуныһында шикләнмәй: кеше үҙ урынында булырға тейеш, сөнки әгәр ҙә ул һөнәрен яратмаһа йәки уны тулыһынса белмәһә, эшен дә теүәл, бар күңеленән башҡара алмай. “Ә яуҙа был ныҡ ҙур, ҡайһы саҡта хатта хәл иткес әһәмиәткә эйә”, – ти табип-яугир.

Фотолар – видеонан скриншот. Сығанаҡ: vk.com/leninskyufa?ysclid=m6uoccpkyu773906721  

"Каспий" яуҙаштарын ҡотҡара
"Каспий" яуҙаштарын ҡотҡара
"Каспий" яуҙаштарын ҡотҡара
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас