"Беҙ – ил һаҡсыһы!" тигән конкурста – Өфөнән, тыумышы менән Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылынан Самат Имелбаев та бар.
– Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтында уҡығанда армияға барыу өсөн повестка алдым, – тип һөйләй "А7Агро" хужалығы етәксеһе Самат Сәғит улы. – Ул ваҡытта, үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағында, һалдат ҡайышын таҡмағандарға ҡараш бүтәнсәрәк ине. Студентмын, тиҫтерҙәремдең барыһы ла әрме бутҡаһын ашаған, күңелдә ниндәйҙер елкенеү тоям, аяҡтарға сылғау урағы, кирза итек кейге килә. Юғары уҡыу йортона инеүен-ингәс, диплом да алғы килә бит әле. Улай ғына ла түгел, атайым Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағына хәтлем ҡатнашҡан...
Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйған юлына тигәндәй, институтта уҡыһа ла, йәше еткән егеттәрҙе армияға алғандар. Самат та дәртләнеп ил һағына баҫҡан. Тағы бер ҡыҙыҡлы хәл, бер йыл хеҙмәт итеүгә СССР оборона министрының "студенттарҙы ҡайтарырға" тигән бойороғы сыҡҡан.
Кесе сержант Самат Имелбаев әйтеүенсә, әрме хеҙмәтен эт менән үткән. Ул элиталы ғәскәрҙә хеҙмәт итеүенә сикһеҙ ғорурлана. Ысынлап та, Мәскәү ҡалаһында урынлашҡан Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы Үҙәк хеҙмәт эте белгестәрен әҙерләү мәктәбе һәр саҡ мәртәбәле хәрби уҡыу йорттарынан һаналды.
Фото: Гөлшат Имелбаева.