Ғорурланабыҙ
15 Февраль 2025, 15:00

Армия дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтте

1984–1986 йылдарҙа армияла хеҙмәт иттем

Армия дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәттеАрмия дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтте
Армия дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтте

Бер милләт тә бәләкәй һәм кәм түгел, ә бөтәһе лә бөйөк. Башҡортостанды ғына алып ҡарағанда ла, рус, башҡорт, татар, сыуаш һәм башҡалар бынамын тигән ғүмер кисерә, мәҙәниәтен, традицияларын үҫеп килеүсе йәш быуынға еткерә, иң мөһиме, үҙ-ара татыулыҡ һәм аңлашыусанлыҡ көслө. Рядовой Самат Алхамов та беҙҙең фекерҙе тулыһынса хуплай.

– 1984–1986 йылдарҙа армияла хеҙмәт иттем, Әрманстандың баш ҡалаһы Ереванда булдым, – тип һөйләй Самат Туҡай улы. – Ҡыҙыл Байраҡ менән бүләкләнгән Кавказ аръяғы хәрби округына эләгеүемде оло бәхеткә тиңләйем. Армия донъяға ҡарашымды үҙгәртте – эргә-тирәләгеләргә иғтибарлы, кеселәргә ярҙамсыл, өлкәндәргә хөрмәт менән ҡарау һәм бүтән сифаттарҙы тәрбиәләүе шуға асыҡ миҫал.

Хөрмәт тигәндән, Самат Алхамов милләт-ара татыулыҡтың ҡәҙерен белә, бүтәндәрҙе лә шуға өндәй. Ул һөйләүенсә, әлбиттә, армия ҡаты дисциплинаға ҡоролған, кем әйтмешләй, "бер таҡтанан ғына йөрөргә тейешһең". Элекке СССР-ҙағы төрлө республикаларҙан егеттәр йыйылған, улар бер-береһенә теләктәш һәм фекерҙәш булған.

Фото: Әлиә Алхамова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас