Ғорурланабыҙ
16 Февраль 2025, 13:15

Һалдат ҡайышын таҡмағандарға ҡыҙҙар ҡарамай

Ысынлап та, шулай ине. Ғафури районынан Ринат Юлмөхәмәтов гәзитебеҙ ойошторған "Беҙ - ил һаҡсыһы" конкурсында ҡатнаша.

Һалдат ҡайышын таҡмағандарға ҡыҙҙар ҡарамайҺалдат ҡайышын таҡмағандарға ҡыҙҙар ҡарамай
Һалдат ҡайышын таҡмағандарға ҡыҙҙар ҡарамай

Ринат Юлмөхәмәтов 1997 йылда армияға алынған, 1999 йылда демобилизацияланған. Яҡташыбыҙ әрме хеҙмәтен Бүрәт Республикаһында үткән.

– Джижа-1 ҡала тибындағы ҡасабала урынлашҡайны хәрби часть, – тип алыҫ үткәндәрҙе иҫләй Ғафури районында тыуып үҫкән Ринат Таһир улы. – Әлбиттә, башта сержант мәктәбендә уҡыныҡ, унан инде яурындарға кесе сержант погонын таҡҡас, киренән часҡа ҡайттыҡ. Отделение командиры итеп үрләттеләр, ә минең ҡарамағымда – ундан ашыу үҫмер. Бына улар менән хәрби әҙерлекте башланыҡ.

"Һалдат ҡайышын таҡмағандарға ҡыҙҙар ҡарамай" тигәнде ул саҡтарҙа йыш ишетергә тура килде. Ысынлап та, шулай ине. Сержант Ринат Юлмөхәмәтов та был турала ҡыҙыҡ итеп һөйләй. Ул әйтеүенсә, тиҫтерҙәре бер-береһе менән ярышып тигәндәй армияға юлланған, "ҡасан повестка килә инде?" тип уны дүрт күҙ менән көтөп алған. Ә инде повестканы алғас, ҡыуаныстарының сиге булмаған.

Фото: Азамат Байморатов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас