Ғорурланабыҙ
17 Февраль 2025, 10:30

“Башҡорт” то яҡташтары хөрмәт менән ҡаршыланы

Ир-егеттәр ҡурҡаҡ булмаһын, ти һалдат.  

“Башҡорт” то  яҡташтары хөрмәт менән ҡаршыланы“Башҡорт” то  яҡташтары хөрмәт менән ҡаршыланы
“Башҡорт” то яҡташтары хөрмәт менән ҡаршыланы

Туймазы районына эш сәфәре мәлендә махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан  Ярмунса ауылы  яугире менән күрешеү айырыуса ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. “Башҡорт” позывнойлы һалдат үҙе бында ғаиләһе, ауылдаштары янында булһа ла, күңеленән   хеҙмәттәштәре өсөн борсолоуы күренеп тора. “Хәбәрләшеп торабыҙ. Күңелемдән иптәштәр эргәһендәмен инде”, – тине ул.

2023 йылдың майында үҙ теләге менән Таһир Күсимов батальоны составында алғы һыҙыҡҡа йүнәлә. Ләкин икенсе йылына йәше буйынса хеҙмәттән ҡайтарыла. Оҙаҡ ятмай, йәнә контракт төҙөп махсус  хәрби операцияға юллана. Бөгөн ул гранотометсы булып хеҙмәт итә.

– Улымдың да хәрби юлда булыуы  миңә махсус  хәрби операцияға юлланырға тигән йоғонто яһағандыр. Улым армияла  Псков һауа-десант ғәскәрҙәрендә булды. Контракт буйынса Чечен Республикаһында ла хеҙмәт итте. Һуңынан үҙ ирке менән халыҡтың хәүефһеҙлеген һаҡлап Луганск яҡтарына китте. Унда алған яраларҙан оҙаҡ торманы,   өс йыл өйҙә йәшәп  мәрхүм булды. 25 йәшендә генә яҡты донъя менән хушлашты. Уның улы, ейәнебеҙ ҡалыуы күңелебеҙҙе йыуата, – тип әңгәмәбеҙҙе башлап ебәрҙе ул.

Бына шулай тормоштоң ҡаты һынауҙарын да кисерергә тура килә уға. Тыныс тормошта ҡотҡарыусы булып эшләгән ир-егеткә  яу шарттарына күнегеп китеүе бик ауыр ҙа булмағандыр. Йәш сағында ла һалдат бурысын Ҡыҙыл байраҡлы Себер хәрби округында үтә.

– Армияла булыуҙың файҙаһы ҙур. Унда автоматты һүтеп-йыйыу, атыу кеүек һөнәргә өйрәнәһең. Был оҫталыҡ әлеге хеҙмәттә лә кәрәге тейә. Атайым да, үҙем дә, улым да армия һынауын үттек. Киләсәктә ейәнемдең дә ысын ир-егет булып һалдат хеҙмәтен үтәүен теләйем. Әле алты йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, иленең, халҡының патриоты булып үҫеп килә.  Махсус хәрби операцияға барырға теләгән ир-егеттәр ҡурҡаҡ булмаҫҡа, аныҡ фекерле булырға тейеш. Һуғышта  үҙеңде уйламайһың, иң беренсе хеҙмәттәштәреңдең ғүмерен ҡайғыртаһың. Бер-береңдең ауырлыҡтарын да бүлешеп, туғандар һымаҡ хеҙмәт итәбеҙ, – тип һөйләне сығышы менән Илеш районынан булған яугир.

Таяныр таянысы – ғаиләһе булыуы ла уның рухын нығыта. Бер ул менән бер ҡыҙ үҫтергәндәр. Үкенескә ҡаршы, әйткәнемсә улдары яҡты донъяла юҡ инде. Бынан тыш, ике ҡыҙҙы тәрбиәгә алып ҡарайҙар.

Яугирҙең тормош иптәше менән дә һөйләшеп алдыҡ. Бергә ғүмер итеүҙәренә 31 йыл икән.

– Ысын ғаилә башлығы ул. Беҙҙең һаҡлаусыбыҙ ҙа, яҡлаусыбыҙ ҙа. Әйткән һүҙендә тора белә. Тәүҙә махсус хәрби операцияға  ебәрәһе килмәгән ине, ләкин ҡарары ныҡ булды. Иң мөһиме иҫән-имен ҡайтһын. Барыбыҙ ҙа уны көтәбеҙ, – тине ул.   

Яугирҙән бер зарланыу һүҙе лә ишетмәнек. Эш хаҡы яғынан тотҡарлыҡ юҡ, гуманитар ярҙам да килеп тора, тыуған яҡтан иғтибар тойғанда күңел күтәрелеп китә, ти. Яраланырға ла тура килгән, ләкин оҙаҡ дауаланып ятмаған, йәнә хеҙмәттәштәре янына сафҡа баҫҡан. Батырлығы өсөн тапшырылған наградалары ла уның ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыулығы тураһында һөйләй.

– Ир-егеттәргә теләгем: ҡурҡмаһындар,  яуға барһындар, илде һаҡларға кәрәк, – тигән теләктәрен әйтте.

“Фотоһүрәтемде гәзиткә биргәндә йөҙөмдө ҡапламағыҙ, ҡурҡһам,  махсус хәрби операцияға  бармаҫ инем” тиеүендә уның ҡыйыулығы сағыла.

– Ялда саҡта һуңынан ҡайтҡас эшләп бөтөрмөн тигән ниәт менән эштәремде тамамламай китәм. Еңеү менән ҡайтырыбыҙға ышанам, – тине яугир.

Илебеҙ ҡалҡанына әүерелгән  уның һымаҡ  батырҙарға  халҡыбыҙ ышана, еңеү менән ҡайтыуҙарына өмөт итә.

Автор фотоһы.

Туймазы районы.

Фотола: Яугиргә яҡташтары үҙҙәре текккән мендәр, плед, йылы билбауҙар тапшыра.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас