Радик Мерәҫов өсөн армияла хеҙмәт итеү – ғорурлыҡ та, тормош мәктәбен үтеү ҙә.
– Мин хеҙмәт иткән частә, бүтәндәрҙә лә шулай булғандыр тип уйлайым, Башҡортостан егеттәренә, башҡорттарға һәр ваҡыт ихтирам көслө булды, – тип һөйләй Баймаҡ районының Шүлкә ауылында тыуып үҫкән Радик Радмир улы. – Сөнки тигәндә беҙ армияға ныҡлы әҙерлек менән барҙыҡ. "Ныҡлы әҙерлек нисек була?" тип һорарһығыҙ. Отжимание, приседание яһау тиһеңме, турникта төрлө алымдар күрһәтеү булһынмы, йүгереүҙә, һикереүҙә, штанга һәм гир күтәреүҙә яҡташтарыма етеүселәрҙең юҡлығын әйтеп тә тормайым, гел генә алдынғылар исемлегендә йөрөнөк. Офицерҙарҙың тотош саф алдында берәй Баймаҡ йәки Ейәнсура районы егетен маҡтап телгә алыуы, һәр береһен бүтәндәргә өлгө итеп ҡуйыуы, ҡайһылай ҡыуаныслы була торғайны.
Ысынлап та, әрме хеҙмәтендә "Салауат вариҫтары" тип башҡортостандарҙы маҡтауҙарына үҙем дә шаһит булдым.
Радик Мерәҫовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, башҡорттар борон-борондан ил һағына баҫырға атлығып торған, бурысына намыҫ менән ҡараған, уның шул рәүешле бөгөнгәсә дауам итеүе һәр йәһәттән дә һөйөнөслө.
Фото: Динә Мерәҫова.