Әрме бутҡаһын ашағандарҙың береһе – кесе сержант Илһам Байтурин менән әңгәмәләшәбеҙ.
– Иң төпкөл, Баймаҡ ҡалаһынан иң йыраҡ ауылдарының береһе Шүлкәлә тыуһам да, үҙемде һис кенә лә кәм тойманым, – тип һөйләй Илһам Рәшит улы. – Киреһенсә, тәбиғәт ҡосағында буй еткереү һәм йәшәү – физик яҡтан баһадир кәүҙәле булырға этәрҙе. Көслө булыу нимә бирә? Мәҫәлән, армия хеҙмәтен генә алып ҡарағанда, ике йыл рәттән иңдән мылтыҡ төшмәне. Беренсенән, беҙ ҡоралды ғорурланып йөрөттөк, икенсенән, сибек булһаң бит ауыр әйберҙе күтәреп йөрөй алмайһың, шул уҡ автоматты ла.
Илһам Байтурин билдәләүенсә, ҡорал менән эш итеү етди булырға этәргән, үҙ эштәреңә, хатта ҡылыҡтарыңа яуап бирә белергә өйрәткән. Автоматты ҡулыңа алғанһың икән, тимәк, һин батыр һәм ғәйрәтле. Ил һаҡсыһы Илһам Рәшит улы йәштәрҙе бер эштән дә ҡурҡмаҫҡа өндәй, Ватаныбыҙға тоғро хеҙмәт итергә саҡыра.
Фото: Аида Байтурина.