Ғорурланабыҙ
18 Февраль 2025, 09:30

"Ситтә яҡындарыңдан берәү ҙә юҡ..."

Сираттағы конкурсантыбыҙға ни өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы ял биргәндәр?

"Ситтә яҡындарыңдан берәү ҙә юҡ...""Ситтә яҡындарыңдан берәү ҙә юҡ..."
"Ситтә яҡындарыңдан берәү ҙә юҡ..."

Танкист Нияз Бикбулатов – Кемерово өлкәһендә армияла хеҙмәт иткән. Танкист бөтә яҡлап та алдынғы булырға тейеш. Физик йәһәттән сәләмәтлек, уҡыуҙа һынатмау һәм башҡа ыңғай сифаттар шуға асыҡ миҫал.

– Тормошомдо бер нисә өлөшкә бүлеп ҡарайым, армияға тиклемге һәм унан һуңғы йылдарҙы сағыштырһам, айырма ҙур ғына, – тип һөйләй Нияз Сәлим улы. – Ғәҙәттә, мәктәпте тамамлаһаҡ та, ҡыйыулыҡҡа ҡарағанда, баҙнатһыҙлыҡ өҫтөнлөк иткән һымаҡ. Әрме хеҙмәт иһә үҫмерҙе ысын иргә әүерелдерә. Көндәлек физик күнекмәләр, төрлө учениелар, ваҡыт буйынса туҡланыу – мыҡты кәүҙәле булыуға бер аҙым ул. Ситтә бит яҡындарыңдан берәү ҙә юҡ, тимәк, үҙеңде яҡларға өйрәнергә тейешһең. Ә үҙең өсөн ҡалҡан булып тороуға физик көс кәрәк.

Туймазы ҡалаһы егете Нияз Бикбулатов 2020–2021 йылдарҙа ил һағына баҫҡан. Намыҫлы хеҙмәте өсөн хәрби частың етәкселегенән атаһы менән әсәһенә Рәхмәт хаты килгән. Улай ғына ла түгел, тыуған яғына 10 көнлөк отпускыға ла ҡайтып килгән.

Фото: Гөлмира Бикбулатова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас