Ғорурланабыҙ
18 Февраль 2025, 07:00

Әғзәм Ғилуанов ейәненә нимә һөйләй?

Конкурсантыбыҙ: "Иң оҡшағаны – малайҙарҙың армия тураһында күберәк белгеһе килә", - ти.

Әғзәм Ғилуанов ейәненә нимә һөйләй?Әғзәм Ғилуанов ейәненә нимә һөйләй?
Әғзәм Ғилуанов ейәненә нимә һөйләй?

Ефрейтор Әғзәм Ғилуановты Яңауыл ҡалаһында тап иттек, мәктәптә уҡыусы балалар менән осрашыу ойошторолғайны.

– Беҙҙе, армияла хеҙмәт иткәндәрҙе, үҫмерҙәр менән осрашыуға йыш саҡыралар, – тип һөйләq Әғзәм Фәрит улы. – Әлбиттә, ҡыҙҙар һәм малайҙар янына ҙур теләк менән киләбеҙ. Иң оҡшағаны – йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуының көслө булыуы, төрлө һорауҙар биреүе, айырыуса, малайҙарҙың армия тураһында күберәк белгеһе килә.

Әғзәм Ғилуанов армияға 1986 йылда алынған, Ҡабул ҡалаһында хеҙмәт иткән, ике йыл Афғанстандан сыҡмаған, Ватан алдындағы бурысын үтәгән. Әңгәмәсемдең һүҙҙәренә ҡарағанда, офицер разведка ротаһына тәғәйенләнгәндә бер ниндәй ҙә икеләнеүгә юл ҡуймаған, киреһенсә, быны ғорурлыҡҡа тиңләгән.

– Өлкән разведчик-снайпер булып хеҙмәтемде тамамланым, утты-һыуҙы бергә киҫкән һалдаттар менән хушлашыу, һүҙ ҙә юҡ, моңһоу ҙа, һағышлы ла ине, бөгөн иҫән-һау ҡайтҡандары менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанмын. Яңауылда иһә төрлө спорт ярыштарында үҫмерҙәр менән бергә ҡайнайбыҙ, маҡсат – һәр береһен армияға ныҡлы итеп әҙерләү, уларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү.

Фото: Ирина Илүсова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас