Ғорурланабыҙ
19 Февраль 2025, 12:30

Милиция майорының ике улы ла хәрби юлды һайлаған

Конкурсантыбыҙҙың өсөнсө улы IX класта уҡый. Әгәр ҙә үҫмер атаһы һәм ағалары шикелле хәрби юлды һайлаһа...

Милиция майорының ике улы ла хәрби юлды һайлағанМилиция майорының ике улы ла хәрби юлды һайлаған
Милиция майорының ике улы ла хәрби юлды һайлаған

Виктор Орлов Дыуан районының Вознесенка ауылында ғүмер кисерә. Тыуған ауылы мәктәбен тамамлағандан һуң, М.В. Фрунзе исемендәге Омск юғары дөйөм ғәскәр команда училищеһында белем эстәгән. Элекке СССР-ҙың төрлө ҡалаларында хеҙмәт иткән, Афғанстанда ҡыҙыу нөктәлә булған.

– Ҡатыным уҡытыусы, һөйгәнем менән өс балаға ғүмер бирҙек, – тип һөйләй запастағы өлкән лейтенант Виктор Орлов. – Уларҙа үҙаллылыҡты тәрбиәләнек, кеселәргә – кеселекле, ололарға иғтибарлы булырға өйрәттек. Шул уҡ ваҡытта "тыуған илебеҙҙе яратырға, Ватаныбыҙға хөрмәт менән ҡарарға кәрәк" тип тә тәрбиәләнек.

Орловтарҙың тәрбиәһе күптәргә өлгө булырлыҡ. Өлкән улдары Новосибирск юғары дөйөм ғәскәр команда училищеһын тамамлаған, бөгөн – махсус хәрби операция биләмәһендә. Уртансы улдары кадет корпусында уҡыған, армияла хеҙмәт иткән. Төпсөктәре иһә IX класта уҡый. Әгәр ҙә үҫмер атаһы һәм ағалары шикелле хәрби юлды һайлаһа, быға бер ҙә аптырарға ярамай, киреһенсә, ул маҡтауға лайыҡ.

Милиция майоры Виктор Николаевичтың малай тәрбиәләгәндәргә әйтер һүҙе лә бар – улар бәләкәйҙән спорт секцияһына йөрөһөн, сынығып үҫһен, армияға барһын.

Фото: Елена Хәбибова.

Милиция майорының ике улы ла хәрби юлды һайлаған
Милиция майорының ике улы ла хәрби юлды һайлаған
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас