Өфө ҡалаһының "Өфө-Арена" боҙ һарайы майҙансығында ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған һалдаттарҙы махсус хәрби операцияға тантаналы шарттарҙа оҙаттылар. Башта Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың гимндары яңғыраны. Урамда 19 градус һыуыҡ булыуына ҡармаҫтан, кеше бик күп күренде. Унда ил һаҡсыларының ғаиләләрен, ата-әсәһен, бүтән туғандарын күрергә мөмкин ине.
VI класс уҡыусыһы Вадим атаһын оҙатырға килгән. Атаһы иң көслөһө, иң яҡшыһы, ул да ҙурайғас илебеҙҙе һаҡлаясаҡ. Уның эргәһендә баҫып торған әсәһе бына нимә тине:
– Ирем 23 февраль көнө бәйләнешкә инерме-юҡмы, белмәйем, уның ҡарауы, беҙ уны алдан ҡотланыҡ. Хатта Вадим атаһының биштәренә бүләк тә һалды, ә бына унда нимә ятҡанын әйтмәйбеҙ.
Ватаныбыҙҙы һаҡларға юлланған Руслан менән әңгәмәләштек, уны һөйгәне оҙатты.
– Офицерҙар, прапорщиктар, сержанттар, һалдаттар, һеҙгә бирелгән отпускығыҙ тамамланды һәм һеҙ махсус хәрби операцияға юлланаһығыҙ, – тине Башҡортостан хәрби комиссариатының урынбаҫары подполковник Ринат Латипов. – Мобилизация иғлан ителгәндән алып, яҡташтарыбыҙ бурысын намыҫ менән үтәй, берәү ҙә ҡасып та йөрөмәне, "повестканы алмайым" тип тә ҡаршылашманы. Ысын ир-егеттәр бына ҡайҙа ул!
Ринат Латипов белдереүенсә, һалдаттарҙың һәр береһе – герой.
Сығанаҡ: https://panoramarb.ru/articles/care/2025-02-19/zhdem-vas-zhivymi-i-zdorovymi-4127683
Фото: "Панорама Башкортостана".