"Бәйләнештә" төркөмөндә барған конкурста рядовой Азат Ҡыҙрасов та ҡатнаша. Ул Стәрлебаш районының Сергеевка ауылынан. Бәләкәйҙән спорт ярата, бигерәк тә көрәшкә ылыға. Билдәле, йәше тулыу менән армияға юллана.
– 1996 йылда әрме хеҙмәтенә алындым, Мәскәүҙә булдым, – тип һөйләй Азат Ғаяз улы. – Хәрби комендатура ротаһына яҙҙылар, һүҙ ҙә юҡ, ҡыуандым, ғорурлыҡ бит! Унда теләгән һәр кемде алып бармайҙар. Беҙ, һалдаттар, ҡиммәтле әйберҙәр ташыныҡ, уларҙы оҙатып йөрөнөк, ҡыҫҡаһы, Рәсәйҙең иге-сиге күренмәгән ерҙәре буйлап махсус поезда дәүләт әһәмиәтендәге эштәрҙе башҡарҙыҡ.
Азат шикелле аҫыл егеттәр һәр ҡайҙа ла кәрәк, офицерҙар ундайҙарға ҙур хөрмәт менән ҡарай. Яҡташыбыҙ Төньяҡ Кавказда командировкала булған, улай ғына ла түгел, махсус хәрби операция биләмәһенә бер нисә тапҡыр оҙайлы ваҡытҡа барып ҡайтҡан. Әйткәндәй, Азат Ҡыҙрасовҡа хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелгән, һалдат өс тапҡыр яраланған.
Азат Ғаяз улы белдереүенсә, ҡатын-ҡыҙ – ғаилә усағын һүндермәүсе, ә ир-ат – ил һаҡсыһы. Ике улын да ул илһөйәрлек рухында тәрбиәләй.
Фотолар Азат Ҡыҙрасовтың ғаилә шәхси альбомынан.