Ғорурланабыҙ
20 Февраль 2025, 03:00

Ике йыл ғүмере сит илдә үткән

Әммә ул быға бер ҙә үкенмәй.

Ике йыл ғүмере сит илдә үткәнИке йыл ғүмере сит илдә үткән
Ике йыл ғүмере сит илдә үткән

Сержант Рифат Сәғитов – ҡыйыу егеттәрҙән, Ватан һаҡсыларының береһе. Ул – Ҡыйғы районының Ибрай ауылынан.

– 1989 йылдың декабренән 1990 йылдың май айына хәтлем элекке Куйбышев ҡалаһында (хәҙер – Һамар) учебкала булдым, пехотаның хәрби машинаһы командирына уҡыттылар, – тип үткәндәрҙе хәтерләй Ҡыйғы районы Ибрай ауыл советы ауыл хакимиәте башлығы Рифат Рәмил улы. – Ә инде 1990 йылда Германияға оҙаттылар, Плауэн ҡалаһында әрме хеҙмәтем дауам итте. Унда мотоуҡсылар полкына командир итеп үрләттеләр. Армияла ике йыл булыуыма бер ҙә үкенмәйем, һәр яҡлап та тормош тәжриәбәһе биргәне өсөн, киреһенсә, шатлығым сикһеҙ.  

Рифат Сәғитов армиянан демобилизацияланғас, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы инспекторы булған, участковый итеп тә тәғәйенләгәндәр. Чечен Республикаһында оҙайлы командировкаға ебәргәндәр, әммә ҡайҙа ғына эшләмәһен, һәр саҡ алдынғылар исемлеген тулыландырған.

Майор Рифат Сәғитов белдереүенсә, армияла хеҙмәт итеүҙән баш тартырға ярамай, айырыуса хәҙер әрме хеҙмәте бер йыл ғына йәки 12 ай, ул нимә генә инде?!

Фото: Зөбәржәт Сәғитова.

Ике йыл ғүмере сит илдә үткән
Ике йыл ғүмере сит илдә үткән
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас