Ғорурланабыҙ
21 Февраль 2025, 14:15

Иҫән-һау алып барып тапшырһындар

Бөгөн, 21 февралдә, Өфөнөң Совет майҙанынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған сираттағы гуманитар йөк МХО зонаһына юлланды.

Иҫән-һау алып барып тапшырһындарИҫән-һау алып барып тапшырһындар
Иҫән-һау алып барып тапшырһындар

Бөгөн, 21 февралдә, Өфөнөң Совет майҙанынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған сираттағы гуманитар йөк МХО зонаһына юлланды. Был юлы йәмәғәтселәр Луганск ҡалаһының госпиталенә иң беренсе кәрәк булырҙай әйберҙәр, дарыуҙар, күстәнәстәр, шулай уҡ маскировка селтәрҙәре, экипировка комплекттары, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр өсөн шәхси гигиена әйберҙәре алып бара.

Төркөм составында – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, шәхси эшҡыуар Айтуған Фәттәхов, «Бүреләр» төркөмө солисы Илшат Абдуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты хеҙмәткәрҙәре Альбина Сәйфуллина һәм Ләйсән Рабаданова. Конвойға «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылы активистарынан бер төркөм дә ҡушылды. Кәрәкле әйберҙәрҙән тыш, улар яугирҙәргә күсмә мунса алып бара. Шулай уҡ улар менән бергә Силәбе өлкәһендәге Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле Әлфир Байымов Силәбе башҡорттарынан гуманитар ярҙам алып китте.

Билдәле булыуынса, 2025 йыл Башҡортостанда – Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы, ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде. Ғинуарҙа ойошма Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ярҙам йыйыуҙы иғлан иткәйне, ә бөгөн, байрам алдынан, гуманитар конвой махсус операция зонаһына һәм яугирҙәр госпиталенә юлланды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Рәсәй госпиталдәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам йыйып уны алып барыуҙы ойоштора. Хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн гумконвойҙар изге күңелле граждандар, ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар ярҙамында йыйыла.

 Әүҙем һәм битараф булмаған ватандаштар маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре эшләй, йылы ойоҡбаш, бейәләйҙәр бәйләй, хужалыҡ-көнкүреш кәрәк-яраҡтарынан посылка туплап ебәрә. Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназия, Мостай Кәрим исемендәге158-се гимназия, Өфө ҡалаһының 48-се башҡорт лицейы, Илеш һәм Салауат райондары мәктәптәре уҡыусыларына һалдаттарға күңел түренән сыҡҡан йылы хаттары өсөн айырым рәхмәт.

Юлай Кәримов фотолары.

Иҫән-һау алып барып тапшырһындар
Иҫән-һау алып барып тапшырһындар
Иҫән-һау алып барып тапшырһындар
Иҫән-һау алып барып тапшырһындар
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас