Бөрйән районының Иҫке Монасип ауыл хакимиәте биләмәһенә ҡараған өс ауыл ир-егеттәре өсөн көс экстримы буйынса "Ауыл батырҙары" тигән ярыш үтте. Сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына арналды.
Ауыл хакимиәте башлығы Илгиз Муллағолов ярышҡа килеүселәрҙе тәбрикләгәндән һуң, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм тыл хеҙмәтсәндәре обелискыларына венок һалынды. Шулай уҡ яуҙа һәләк булған ил һаҡсыларын иҫкә алып бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
Көс экстиримы ярыштары еңелдән булманы: ҡеүәттәре ташып торған таһыллы, ҡыйыу 11 ир-егет утын ярыу, суҡмар, түмәш ташлау, машина һөйрәү, тәгәрмәс әйләндереү, ағас һөйрәү, бүрәнә күтәреү, сөй ҡағыу, ҡылыс тотоуҙа көстәрен, оҫталыҡтарын һынаны.
Иң шәп һөҙөмтә күрһәтеп, Иҫке Монасип ауылы баһадиры Раян Шамил улы Муллағолов беренселекте яуланы. Икенсе урынға ошо ауыл баһадиры Ғаяз Ринат улы Аллабирҙин лайыҡ булды. Өсөнсө урынға шулай уҡ Иҫке Монансиптың ғәйрәтле егете Фән Вәкил улы Ғәләүетдинов сыҡты.
Ярыштың иң оло ҡатнашыусыһы Инсур Әхәт улы Хәлитов һәм иң йәш батыр Айсыуаҡ Айбулат улы Баймырҙин махсус приздарға лайыҡ булды. Айсыуаҡ Баймырҙин йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙенән ололар менән бер тигеҙ ярышты һәм аҙаҡҡаса һынатманы.
Еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде. Шулай уҡ ҡатнашыусы батырҙар Рифат Баймырҙин, Рифат Әхмәтшин, Айбулат Баймырҙин, Илгизәр Сәғитов, Марсель Төлкөбаев һәм Хәбир Әхмәтшин дәртләндереү приздарына лайыҡ булды.
Ярышта ҡатнашыусылар һәм тамашасылар өсөн саф һауала тәмле сәй табыны ла ойошторолдо. Өс ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары һәм мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре байрамға килеүселәргә өҫтәл әҙерләп, ҡайнар сәй менән һыйланы.
“Ауыл батырҙары” ярышын үткәреүҙә ауыл хакимиәте башлығы Илгиз Мәхмүтдин улы Муллағолов, ауыл старостаһы Рифат Салауат улы Баймырҙин, Раян Тәлғәт улы Йомағоловтар ҙур көс һалды. Шәхси эшҡыуарҙар Инсур Хәлитов, Айнур Ҡунафин, Ихсан Ҡунафин, Даян Ҡотлобаевтың да сараны уҙғарыуға өлөшө ҙур булды. Ауыл, район советы депутаттары, старосталар ҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте.
Күмәк көс менән ойошторолған байрам бик матур килеп сыҡты.
Фотолар ауыл хакимиәтенән алынды.