Дәүләкән районы Ҡамсылытамаҡ ауылында йәшәүсе Наталья Иванованың дүрт улы ла махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Яугир әсәне Рәсәй Оборона министрлығы Мәскәүгә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам концертына саҡыра. Тантаналы шарттарҙа әсә МХО биләмәһендә хеҙмәт иткән улдары менән осраша. Был видеояҙма социаль селтәрҙә әүҙем таралды. Уны тыныс ҡына ҡарау мөмкин түгел ине.
Уларҙың иң өлкәне -"Мишка", ремонт ротаһының взвод командиры, өлкән сержант. Ивановтарҙың иң кесеһе “Чуваш” ағайы менән бер часта хеҙмәт итә. Ул – ремонт ротаһының отряд етәксеһе, сержант. Игеҙәктәрҙең береһе «Лешы» икенсе команда-штаб разведка машинаһында радиомеханик һәм телефонист булып хеҙмәт итә, өлкән сержант. Икенсеһе – электрон һуғыш батальоны водителе-электригы, сержант. Уның позывнойы — "Өфө".
“Был осрашыу көтөлмәгән шатлыҡ булды. Оборона министрлығынан шылтыратып, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың әсәһе булараҡ, Мәскәүгә байрам концертына саҡырыуҙары хаҡында әйткәйне. Тәүҙә ышанманым, мутлашыусылар шылтырата, тип уйланым. Аҙаҡ билеттарҙы күрһәткәс, барыһы ла дөрөҫ икәнен аңланым. Әммә улдарым менән осрашырмын тип бөтөнләй уйламағайным. Бәхетле минуттар кисерҙем. Иң ҙур теләгем - улдарымдың иҫән-һау өйгә ҡайтыуҙары”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Наталья Валериевна.
Ағалы-ҡустылы яугирҙәр ҡаһарманлығы өсөн Суворов миҙалы, «Хәрби хеҙмәте өсөн» һәм «Хәрби ҡаһарманлығы өсөн» ордендары менән бүләкләнгән.
Яугир әсәләренә сабырлыҡ бирһен, илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, егеттәребеҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын.
Фото һәм видео: телеграмдан.