Өфө ҡалаһынан Винер Вәлишин Беренсе каналдағы “Мөғжизәләр яланы”нда ҡатнашып ҡайтты.
Нефть химияһы заводының бүлек начальнигы Винер Вәлишин Беренсе каналда "Мөғжизәләр яланы" халыҡ программаһында ҡатнашты. Ул тапшырыуға ғаиләһе - ҡатыны Лидия, улы һәм ҡыҙы менән килгәйне. Балалар шиғыр әҙерләп барған.
Телетапшырыу музейына яҡташыбыҙ ҡурай, милли бүрек тапшырҙы. Күстәнәскә бал, ҡымыҙ, бауырһаҡ алып барғайны. Леонид Якубовичтың үҙенә инәйе үҙ ҡулдары менән бәйләгән йөн нәски ҙә бүләк итте.
Яратҡан тапшырыу оҫтаһы бүректе лә кейеп ҡараны, ҡымыҙҙан да ауыҙ итте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Винер финалға үтмәне. Уныһы мөһим дә түгел ине – ул бар илгә Башҡортостан тураһында һөйләне.
Баш ҡаланың абруйлы телеканалында мәртәбәле тапшырыуҙа ҡатнашыу яҡташтарыбыҙҙың күңел түрендә ҡәҙерләп һаҡланыр иҫтәлек булһын, еңеүҙәре алда күп булһын.
Фото: “Башинформ”.