Бөтә яңылыҡтар
10
Ғорурланабыҙ
6 Март , 21:15

Әлшәйҙәр яугирҙәргә ярҙам йыйыуҙы дауам итә

Изге эшкә өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа ҡушыла.

Әлшәйҙәр яугирҙәргә ярҙам йыйыуҙы дауам итә
Әлшәйҙәр яугирҙәргә ярҙам йыйыуҙы дауам итә

Изге эшкә өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа ҡушыла

Әлшәй районында, тотош республикалағы кеүек, махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә ярҙам йыйыу дауам итә. Уны туплауҙа халыҡ та, предриятие, ойошмалар ҙа берҙәй әүҙем. Гуманитар ярҙамды йыйыу пунктына йылы кейем, дарыуҙар, гигиена әйберҙәре, ҡоро душ, окоп шәмдәре, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек алып килеүселәр күп.

Күптән түгел, февралдә, Әлшәй халҡы йыйған тағы бер ылау Ватанды һаҡларға киткән ир-егеттәргә алып барып тапшырылған. Яугирҙәр яҡташтарына йәрәк түренән сыҡҡан рәхмәттәрен еткереп ҡалған.

Әйтеп үтелгәнсә, ярҙам йыйыу туҡтап тормай. Изге эшкә өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа ҡушыла. Әйтәйек, Аксен ауылы мәктәбе уҡытыусыларының мәрхәмәтлек ғәмәленә уҡыусылар ҙа ҡушылған. Балалар бетеү, окоп шәмдәре әҙерләүҙә, селтәр үреүҙә ҡатнаша. Бындай ойошҡанлыҡ, әлбиттә, уҡыусы балаларҙа илһөйәрлек тойғоһон үҫтерә, мәрхәмәтлелеккә өйрәтә.

Аксендағы агросәнәғәт колледжы уҡытыусылары һәм студенттары ла гуманитар ярҙам йыйыуға ярайһы өлөш индерә. Был - йәштәрҙең әүҙем гражданлыҡ позицияһына эйә булыуына асыҡ бер дәлил. Уҡыуҙы ла, Ватан һағында торған яугирҙәр тураһында хәстәрлекте лә йәнәш алып барған йәштәр ысын илһөйәрлек өлгөһө булып тора.
Мәғлүмәт, фотолар - Әлшәй районы хакимиәте төркөмөнән.

Әлшәйҙәр яугирҙәргә ярҙам йыйыуҙы дауам итә
Әлшәйҙәр яугирҙәргә ярҙам йыйыуҙы дауам итә
Әлшәйҙәр яугирҙәргә ярҙам йыйыуҙы дауам итә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: