Сығышы менән Әбйәлил районынан булған "Арчи" позывнойлы һалдат ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда тап 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө ине. Һәр кемгә үҙе йөрөгән балалар баҡсаһы, белем биргән мәктәбе яҡын. Яҡташыбыҙ ҙа балалар баҡсаһында булып, кескәйҙәр менән осрашты. Әлбиттә, бүләктәр ҙә алып барҙы. Ҡыҙ һәм малайҙарҙың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ икән!
– Кемгә нисектер, шәхсән миңә бәләкәстәр менән аралашыу ныҡ оҡшаны, улар бит алдаша ла, хәйләләшә лә белмәй, бөтәһен дә асыҡтан-асыҡ һөйләй ҙә бирә, – тип һөйләй "Арчи".
Бынан тыш, Ватан һаҡсыһын тағы ла бер нисә урынға йәштәр менән осрашыуға саҡырҙылар. Мәктәптәге һөйләшеүҙәр ҙә ҡыҙыҡлы ғына барҙы. Класс етәкселәре, уҡытыусылар, уҡыусы балалар ил һаҡсыһы менән ғорурланыуҙарын әйтте, тыуған яғына иҫән-һау һәм Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләне. Егет һәм ҡыҙҙар һалдатҡа төрлө йүнәлештә һорауҙарын бирҙе, хатта бер нисә үҫмер үҙҙәренең киләсәген хәрби итеп күреү тураһында ла белдерҙе әле.
"Арчи" билдәләүенсә, һынылышлы осор – ул ваҡытлыса ғына. Дошман алдында көслө булыу өсөн, иң беренсе тәрән белемгә эйә булыу мөһим.
Фото: "Бәйләнештә" сәхифәһенән.