Бөтә яңылыҡтар
10
Ғорурланабыҙ
11 Март , 17:10

Хәрби хәбәрселәр элемтәселәр янында булды

Махсус хәрби операцияла радиоһөйләшеүҙәр ниндәй телдә бара?  

Хәрби хәбәрселәр элемтәселәр янында булды
Хәрби хәбәрселәр элемтәселәр янында булды

Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальон үҙенең позицияларын үҙгәртә. Донецк Халыҡ Республикаһында ауылдар азат ителгән һайын Башҡортостан подразделениеһы фронт линияһына яҡынлай. Хәрби бәрелеш линияһында тәүгеләрҙән булып элемтәселәр эш башлай. Улар блиндаждарҙа һәм команда пункттарында штаб менән бәйләнеште тәьмин итә. Был иһә өҙлөкһөҙ координация һәм идаралыҡ өсөн мөһим.

Элемтәселәр менән алғы һыҙыҡта БЮТ каналының хәрби хәбәрселәре Азат Саҙриев менән Айнур Кәбиров та булды. Доставаловсыларҙың нисек итеп яңы дислокация урынын йыһазландырыуын улар ҙа күрҙе, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

 -Бәйләнеш булмай тороп, пехота бер ҡайҙа ла бара алмай. Бәйләнешһеҙ пехота менән идара итеп булмай. Шуға ла ул мотлаҡ кәрәк, - тине хәрби хәбәрселәргә “Баха” позывнойлы яугир.

 -Тотороҡло бәйләнеш – идара итеүҙең нигеҙе. Шуға ла штаб подразделениеның хәрби эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙе иғтибар үҙәгендә тота. Трансляция булмауын хәл итеп була. Әммә юғарылағылар менән бәйләнеш һәм идара итеү булмаһа, радиостанцияның бер нисә төрө буйынса дубляж үткәргестәр эшкә ҡушыла, - тине “Ел” позывнойлы элемтәсе. 

Батальон составында башҡорттар күп. Милли телде белеү уларға рация аша һөйләшкәндә ныҡ ярҙам итә.

 -Бер тапҡыр беҙгә дошмандың радиостанцияһы килеп эләкте. Улар (ВСУ) үҙҙәренең хәлдәре тураһында һөйләшә, ә беҙ был ваҡытта төркөмдө яңы позицияға индерә инек. Улар ҙа беҙҙең рацияны тыңлай. “Тағы ла үҙҙәренсә һөйләшә башланылар. Рустар түгелдәр. Тимәк, нимәлер уйлайҙар йәки эшләгәндәр”, – тип беҙҙең турала һөйләгәндәрен ишеттек. Шулай ҙа булғаны бар, - тип йылмая “Аркадий” позывнойлы яугир.

 БЮТ телеканалы төркөмө махсус хәрби операция биләмәһендә булғанда батальон хәрбиҙәрен ҡотлау тантанаһында ла ҡатнашты. Журналистарҙы дәүләт наградаларын һәм миҙалдарҙы тапшырыу тантанаһына саҡырҙылар.

 Яугирҙәр яңы заданиеға яңы махсус ҡорамал менән юлланды. Уны доставаловсыларға БЮТ журналистары аша Башҡортостандың изгелекле халҡы ебәрҙе.

-Дрон-детектор күп ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыр. Барыһына ла рәхмәт, - тине “Баха” позывнойлы яугир.

 Фото: “БСТ” телаканалынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: