Бөтә яңылыҡтар
10
Ғорурланабыҙ
13 Март , 06:30

Һалдаттар рәхмәт әйтһә, күңел һөйөнә

Ауылдаштар сәйен дә төрәләр, селтәрен дә үрәләр.

Һалдаттар рәхмәт әйтһә, күңел һөйөнә
Һалдаттар рәхмәт әйтһә, күңел һөйөнә

Бишбүләк районының Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылының мәҙәниәт йортона барып кереүгә ундағы йәнлелекте күреп  тәүҙә аптырап ҡалдыҡ. “Изгелек нурҙары” тип аталған  ирекмәндәр төркөмө тупланған бында.

Ауылдаштар төркөмдәргә бүленгән дә махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙамға нимәлер эшләй. Төркөмдөң етәксеһе Зөлфиә Ямалеева бында  маскировка селтәрҙәре үреүҙәре, оҙаҡ һаҡлана торған шырпы, блиндаж шәмдәре яһауҙары, яралы һалдаттарҙы, ауыр әйберҙәрҙе һөйрәү, ҡанды туҡтатыу өсөн йәшәү беләҙектәре, шлем өҫтөнән кейә торған башлыҡтар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр эшләүҙәре тураһында белдерҙе. Гүзәл заттар күпселекте тәшкил итһә лә, ир-егеттәрҙең ярҙамынан тыш эш алға бармай. Был йәһәттән станоктар яһаусы Ринат Баҡыевты эш мәлендә тап иттек.

 Мәтрүшкә, гөлйемеш, ҡарағат, ҡурай еләге япраҡтары, йүкә сәскәһе, кипкән ер еләге һәм башҡа ошо төбәктә үҫкән  шифалы үҫемлектәрҙе ваҡ пакеттарға тултырыусы апайҙарҙың да эше йәнле бара.

– Бер ҡалаҡ ҡара сәй һалабыҙ ҙа, үлән сәйҙәре өҫтәйбеҙ, бик тәмле килеп сыға. Һалдаттарыбыҙ тыуған яҡтарын хәтерләп, яратып эсә. Беҙҙең күстәнәстәрҙе алыуҙарын белгертеп, һуңынан   фотоһүрәттәрен дә ебәрәләр. Үргән селтәрҙәребеҙҙең уларға  ярҙам итеүен белгертеп, рәхмәт әйтеүҙәрен ишетһәк тә, күңел күтәрелә, –тип һөйләне Ҡыңғыр-Мәнәүез уңғандары.

 –Күмәк киләләр, бергәләп эшләгәс, беҙгә лә күңелле. Һалдаттар иҫән-һау йөрөп ҡайтһын тип доғалар уҡыйбыҙ. Ялға ҡайтһалар, улар менән осрашыуҙар ойошторабыҙ. Нимә кәрәклеген һорашабыҙ. Ауылдаштарым берҙәм, яугирҙәргә кәрәккәндә аҡса йыйыуға ла, эшкә лә берҙәмдәр. Бер йыйылғанда 20-ләп кеше булып китә, - ти педагогия хеҙмәте ветераны Фәриҙә Баҡыева.

Барланған эштәр ҙә тос. Беҙ барғанда һөҙөмтәләр тураһында ла әйтеп үттеләр. Ете меңләп ҡап үлән сәйе, 3500 тирәһе оҙаҡ һаҡлана торған шырпы, 500 тирәһе блиндаж шәмдәре, 550 ҡоро душ, 100 маскировка селтәре һәм ойоҡбаш, түшәк әйберҙәре кеүек башҡа кәрәкле әйберҙәр әҙерләгәндәр. Уларҙың һәр береһенә ябай ауыл кешеләренең тырышлығы, хеҙмәте, “донъялар тиҙерәк тынысланһын” тигән өмөтө, ышанысы һалынған.

Автор фотолары.

 

Һалдаттар рәхмәт әйтһә, күңел һөйөнә
Һалдаттар рәхмәт әйтһә, күңел һөйөнә
Һалдаттар рәхмәт әйтһә, күңел һөйөнә
Һалдаттар рәхмәт әйтһә, күңел һөйөнә
Һалдаттар рәхмәт әйтһә, күңел һөйөнә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: