Илбеҙҙе яуыз дошмандан ҡурсалаусылар араһында арыҫлан йөрәкле Рәүеф Баев та бар. Батыр яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла булып, үҙенең хәрби бурысын тулыһынса үтәп ҡайтҡан.
Рәүеф Сәлимйән улы һөйләүенсә, шундай оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан (уға – 64 йәш), Ватаныбыҙҙы һаҡлау тигән изге уйын тормошҡа ашырған, сөнки ул ҡулына ҡорал алмаһа, кемдәр ил сигенә баҫыр!? Өлкән тип, тәүҙә хәрби комиссариаттан кирегә бороп та ҡайтарғандар, "барма" тип өгөтләүселәрҙең иҫәбе-һаны ла булмаған. Хәл-тороштоң айышына төшөнөп, ныҡлы ҡарарға килгән һәм барыбер һүҙен һүҙ иткән. Әйткәндәй, тыумышы менән Ейәнсура районының Өмбәт ауылынан булған һалдат заманында армияла хеҙмәт иткән. Алыҫ Көнсығышта ике йыл буйы химик ғәскәрҙәрҙә водитель булған.
Яугир Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәс, башта һуғыш алымдарын өйрәнеү өсөн тәғәйен урында күпмелер ваҡыт төплө әҙерлек үткән, унан ғына фронтҡа оҙатҡандар. Яугирҙе алғы һыҙыҡта минометсы итеп тәғәйенләгәндәр.
– Егетмен тигән егет армияла хеҙмәт итергә тейеш, – тип һөйләй әле Иҫәнғолда ғүмер итеүсе әңгәмәсем. – Нисек инде ҡайҙалыр боҫоп ятырға мөмкин. Әрмелә хеҙмәт иткәндәр тормошҡа еңел яраҡлаша һәм ҡаршылыҡтарҙы тиҙ йырып сыға. Шул уҡ ваҡытта белемгә лә ынтылыштары көслө булһын, бигерәк тә, хәҙерге заманда. Тиккә генә, көслө – берҙе, белемле меңде йығыр тимәйҙәр. Ә дошман менән яғалашҡанда инде йылғырлыҡ та, сослоҡ та, тәүәкәллек тә, батырлыҡ та талап ителә һинән.
Шул ҡыуаныслы, рядовой Рәүеф Баев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән тормошҡа ашырылған "Башҡортостан Геройҙары" тип аталған кадрҙар программаһына әүҙем ҡушылды.
Форсаттан файҙаланып, Радий Хәбировтың сығышын ҡыҫҡаса тәҡдим итәбеҙ.
– Бөгөн беҙҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһы старт ала, – тине Радий Фәрит улы. – Иҫегеҙгә төшөрөп үтәм, беҙ уны Президент ҡушыуы буйынса "Геройҙар ваҡыты" федераль проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырабыҙ. Әле алғы һыҙыҡта торған йәки өйөнә ҡайтҡан яугирҙәрҙе тәүәкәлләргә саҡырам! Һеҙҙең иң яҡшы сифаттарығыҙ, оҫталығығыҙ Башҡортостанға һәм илгә бик кәрәк. Барыһына ла уңыштар!
"Бай" позывнойлы һалдат йәнә армия осорона әйләнеп ҡайтып, ул саҡта һалдаттарҙың патриотизмдың баһаһын тәрән аңлауын, командирҙарҙың ошо йүнәлешкә ҙур иғтибар бүлеүҙәрен һөйләне. Бөгөн иһә ул осрашыуҙарҙа үҫмер күңеленә тап илһөйәрлек тойғоларын һалыуҙы үҙенә төп маҡсат иткән.
Рәүеф Сәлимйән улы махсус хәрби операцияға барғансы хужалыҡта тир түккән. Башҡортостан һыуһаҡлағыстарын төҙөүҙә ҡатнашҡан, Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғол ауылында газ тәьминәте ойошмаһында машина йөрөткән. Әйткәндәй, үҫәргән уҙаманы Төмән өлкәһенә газ торбалары һалыуҙан тыш, был эш менән заманында Украинала ла шөғөлләнгән булған.
Фото: Рәүеф Баев.