Украинала махсус хәрби операция башланыу менән бихисап ир-егеттәр илебеҙ именлеге һағына баҫты. Улар иңдәренә йөкмәтелгән хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, Тыуған иле һәм яҡындары өсөн йәнен-тәнен аямай. «Худой» позывнойлы яҡташыбыҙ ҙа шундайҙарҙан.
"Махсус хәрби операция башланғас та унда барыу тураһында уйлана башланым. Етмәһә, минең ҡартатайым да, ҡайным да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар. Улар ҙа тыныс ил, балаларының матур киләсәге өсөн һуғышҡан", – ти ул.
Ата-бабалары кеүек илһөйәр уҙаман дәүләтебеҙгә хәүеф янағанда өйҙә ултырып ҡала алмаған. Тыуған ил саҡырыуын ҡабул итеп, беҙҙең тыныс, имен тормошобоҙ хаҡына махсус хәрби операцияла үҙ ирке менән ҡатнашырға теләк белдерә һәм 2023 йылда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.
– Яҡындарым һәм туғандарым быны аңлап ҡабул итте. Ҡарарымды дөрөҫ тип һанайым, сөнки илебеҙҙе һаҡлау электән ир-егеттең төп бурысы булған. Илебеҙ ҡурҡыныс аҫтында булғанда ғаиләм, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәремде ҡурсалап, ситтә ҡала алманым һәм МХО биләмәһендә хеҙмәт итергә теләк белдерҙем һәм быға үкенмәйем, – тине әңгәмәсем.
Совет армияһы составында Алыҫ Көнсығышта пехотала БМП водителе булып хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ хәрби бурысын намыҫ менән үтәп, старшина званиеһында тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан. Хеҙмәт юлын «Матрай» совхозында тракторсы булып башлай. Совхоз тарҡалғандан һуң, «Башҡорт баҡыры» предприятиеһының тау-байыҡтырыу фабрикаһында эшләп, хаҡлы ялға сыға.
"МХО биләмәһенә Бүребай егете "Танкист" менән бергә юлланғайныҡ, уны танкылар полкына ебәрҙеләр. Ә мин әле лә Херсон йүнәлешендә десант-штурмлаусы полкы составында хеҙмәт итәм. Беҙҙе бөтә кәрәк-яраҡ менән Рәсәй Ҡораллы көстәре тәьмин итә. Тыуған яҡтан гуманитар ярҙам әле килгәне юҡ. Ошо арала Херсон йүнәлешенә лә ылау оҙатыласаҡ тип хәбәр иттеләр. Яугирҙәргә тәү сиратта дрондар, төндә күреү приборҙарынан тыш, хәрби техниканы, окоп-блиндаждарҙы һәм һалдаттарҙы ҡурсалаған маскировкалау селтәрҙәре даими һәм айырыуса бик ныҡ кәрәк, унһыҙ бында мөғәләмә итеү мөмкин дә түгел, ә күпмелер ваҡыт үтеү менән улар йыш ҡына сафтан сыға башлай һәм тиҙ арала алмаштырыуҙы талап итә", – тип белдерҙе «Худой».
Хеҙмәт итеү осоронда яҡындары янына икенсегә ҡайтып киткән яҡташыбыҙ киләһе осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтә. «Ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск алдынан контузия алғайным. Ялымда ҡатыным, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем менән күберәк бергә булырға тырыштым. Иң мөһиме, барыһы ла имен-һау йәшәһендәр, ейән-ейәнсәрҙәрем ҡартатаһын ҡыуандырып үҫһендәр», – тине мәҡәләм геройы.
«Худой» кеүек батыр ир-егеттәргә уңышлы хеҙмәт итеп, еңеү менән ҡайтып, ғаиләһе менән тиҙерәк осрашып, яҡындары менән бәхетле оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Өфөлә "Төньяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин.
Пунктты Өфө, Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18 - 65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк.
Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.
Эш хаҡын иҫәпкә алғанда, беренсе йылда түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 4 520 000 һум тәшкил итәсәк.
Башҡортостанда контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.
Автор:Раян Атанбаев