+7 °С
Болотло
Өфөлә әлеге ваҡытта реабилитация үткән яугир бала табыу йортонан ҡатыны менән яңы тыуған улын ҡаршы алған. Яңы тыуған сабый - Халиковтар ғаиләһендә дүртенсе ул. Бәләкәскә Раян тип исем биргәндәр.
Яугир 2023 йылдан алып контракт буйынса хеҙмәт итә. Ул Суворов һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Беҙ ҙә Халиҡовтар ғаиләһен улдары тыуыуҙары менән ҡотлайбыҙ. Өс ағаһы янында кескәй Раян да баһадирҙай булып үҫһен!
Фото: телеграм