20 мартта Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында булды. 16 марттан 21-енә тиклем бында “Ирҙәрсә һөйләшеү” тигән республика профилле сменаһы үтә. Төбәк етәксеһе 320 курсант – республикабыҙҙың хәрби-патриотик клубтары тәбиәләнеүселәре менән бергә тактик уйында ҡатнашты. Курсанттар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ла, ауыр холоҡло үҫмерҙәр ҙә бар ине.
Тантаналы сафҡа теҙелеү ваҡытында төбәк Башлығы профилле сменала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне:
– Беҙҙең парк Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемен йөрөтә. Был йәш десантсы тыуған илен һаҡлап һәләк булды. Иптәштәрен ҡотҡарыу өсөн үҙенең кәүҙәһе менән гранатаны ҡапланы. Махсус хәрби операция ваҡытында республикабыҙҙан 13 кеше Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Меңләгән яугир орден һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Тиҫтәләгән мең яҡташыбыҙ хеҙмәт итеүен дауам итә. Үкенескә ҡаршы, юғалтыуҙар ҙа бар. Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен биргәндәрҙе һәр ваҡыт иҫләйәсәкбеҙ. Иптәш курсанттар, һеҙҙең арағыҙҙа ла атайҙарығыҙ махсус хәрби операцияла һәләк булғандар бар. Уларҙы беҙ онотмаясаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров һәм һәләк булған яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алырға саҡырҙы.
Төбәк етәксеһе курсанттарға “Ирҙәрсә һөйләшеү” проектының төп маҡсаты – буласаҡ Ватан һаҡсыларын тәрбиәләү тураһында ла һөйләне.
– Әле һеҙгә 14-16 йәш. Бик тиҙҙән илебеҙҙең тулы хоҡуҡлы граждандары булырһығыҙ. Бында һеҙҙе яңы оҫталыҡ алыу, илебеҙҙең хәрби тарихы тураһында күберәк белеү, уның геройҙары өсөн ғорурлыҡ тойоу өсөн саҡырҙыҡ. Өйҙәрегеҙгә һеҙ Рәсәйҙең ниндәй ҡиммәттәрҙе яҡлауын аңлап ҡайтаһығыҙ. Бында тактик әҙерлектән башлап медицина ярҙамына тиклем файҙалы белем алырһығыҙ, шулай уҡ яңы дуҫтар табырһығыҙ. Был көндәрҙе файҙалы үткәреүегеҙҙе теләйем. Беҙ өлкән быуын, һеҙгә ышаныс менән ҡарайбыҙ. Һеҙҙә республикабыҙҙың киләсәген күрәбеҙ. Уңыштар теләйем, - тине Радий Хәбиров.
Плацта Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны, артабан дәүләт флагтарын күтәреү тантанаһы үтте.
Саҡырылған ҡунаҡтар араһында махсус хәрби операция ветераны, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Артур Ғәлиев, Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың атаһы Владимир Серафимов, “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” турнирының дүрт тапҡыр еңеүсеһе Эльбрус Ниғмәтуллин һәм башҡалар булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән аралашты. “Джонни” позывнойлы айырым пулемет взводының командир урынбаҫары төбәк етәксеһенә ярҙамы өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм иҫтәлеккә шеврон бүләк итте.
Артабан төбәк етәксеһе сигнал ракетаһын эшләтеп ебәрҙе һәм тактик уйынға старт бирҙе.
Өс төркөм шартлы сәпте юҡ итеү өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары ҡулланып заданиеларҙы үтәне. Уйынсылар маршрут буйынса барып, ҡаршы көстөң һөжүмен кире ҡағып, көсөргәнешле хәлдә юғалып ҡалмауҙарын күрһәтте. Һынауҙар араһында – миналанған участкаларҙы үтеү, ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙе ҡулланып яралыларҙы эвакуациялау, пехотаның хәрби машиналары ярҙамында дошман позицияһына һөжүм итеү кеүек бурыстар булды. Уйын заманса хәрби техника имитаторҙарын ҡулланып башҡарылды.
Тактик уйын һөҙөмтәләре буйынса төбәк етәксеһе үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште һәм сараның мөһимлеген атаны:
– Уйын уңышлы үтте, дошман еңелде. Беҙҙең маҡсат - ҡулына ҡорал тотоп, малайҙарҙың хәлдең етдилеген тойоуы ине. БПЛА, төтөн шашкалары ҡулланылды, командирҙар процесты контролләне. Был көн курсанттарҙың хәтеренә һеңеп ҡалыр, - тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең маҡсат – егеттәр бында саҡта һәр минутты файҙа менән үткәреүҙәре, өйҙәренә яңы тәжрибә туплап ҡайтыуҙары.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың буласаҡ һәйкәле урынын ҡараны, курсанттар менән бергә ҡоралдан атыу буйынса үҙенең көсөн һынаны, спорт залында гер күтәреүҙә ярышты.
Журналистар менән әңгәмә барышында республика етәксеһе ни өсөн тыуған көнөнөң “Патриот” та үткәреүен әйтте.
– Икенсе тапҡыр ошондай ҡарарға киләм. Тәүге сиратта был беҙҙең балалар, йәштәр менән бәйле. Үҙемдең тыуған көнөмдә иң яҡшыһы нимә эшләй алам – тормош тәжрибәм менән бүлешеп, ысын ир кеше ниндәй булырға һәм нимә эшләргә тейешлеге тураһында һөйләүем. Был егеттәр минең өсөн бик мөһим, уларға етди ҡарайым, сөнки улар – беҙҙең киләсәк. Тиҙҙән был егеттәр республика менән идара итәсәк, илебеҙҙе һаҡлаясаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Йәштәр менән осрашыу мәлендә Радий Хәбиров сменала ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе. Егеттәр “Патриот” паркының артабанғы үҫеше менән ҡыҙыҡһынды. Төбәк Башлығы киләһе йылда бассейн, ҙур конгресс үҙәге, бер нисә ятаҡ, яңы уҡыу корпусы төҙөләсәге тураһында белдерҙе.
- Был биләмәнең үҫеш өсөн ҡеүәте ҙур. Башҡортостан өсөн төбәктең башҡа өлөштәрендә лә ошондай майҙансыҡтар кәрәк булыуын аңлайбыҙ. Стәрлебаш районында “Орленок” лагерын тәртипкә килтерҙек. Уның нигеҙендә уҡыу йыйындары үтәсәк. Ошондай уҡ майҙансыҡты Ҡыйғы һәм Баймаҡ райондарында ла йыһазландырырға уйлайбыҙ. Шулай ҙа күпселек өлкән класс уҡыусыларын тап “Патриот” паркына килтерергә тырышасаҡбыҙ. Бында бик яҡшы шарттар булдырылған, профессионал педагог-инструкторҙар эшләй, хәрби техниканың күләмле күргәҙмәһе булдырылған, - тине Башҡортостан Башлығы.
Курсанттар төбәк етәксеһенән Өфөлә “Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөшө тураһында ла һорау бирҙе. Был һорауға ла ыңғай яуап алынды.
- Беҙ финанслау таптыҡ һәм төҙөлөп бөтмәгән мәсет бинаһын ремонтлау эштәренә керештек. Манараһын тәртипкә килтерҙек, ҡыйығын алмаштыра башланыҡ. Тышҡы йөҙөн биҙәүҙе лә планлаштырабыҙ. Эштәр график буйынса барһа, киләһе йылда эске биҙәү сараларын башлайбыҙ. Был ҙур күләмле эш, шуға ла күпме ваҡыт алырын әйтеүе ҡыйын, – тине Радий Хәбиров.
Курсанттар республика Башлығына бала саҡта ниндәй спорт төрө менән шөғөлләнеүе тураһында ла һорау бирҙе.
– Бала саҡта грек-рим көрәше менән шөғөлләндем. Барлыҡ егеттәргә дзюдо, бокс, көрәш, самбоға иғтибар итеүҙәрен кәңәш итәм. Беренсенән, был - бик яҡшы физик әҙерлек, икенсенән, ир кеше үҙен һәм яҡындарын һаҡлай алырға тейеш, – тип яуап ҡайтарҙы Радий Хәбиров.
Йәштәрҙе шулай уҡ республикабыҙҙың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса пландар, Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙғарыласаҡ күләмле саралар, һыу туризмы, урмандарға ҡағылышлы һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы.
Бер курсанттың төбәк етәксеһенә үҙ ҡулдары менән эшләгән сыйырсыҡ ояһын бүләк итеүе лә осрашыуҙы байытты.
- Һеҙ - ҙур ғаиләнең һәм тотош республиканың Башлығы. Яҙ етте, ҡоштар тыуған яҡтарына ҡайта. Барыһы ла тиҙерәк өйҙәренә, ғаиләләренә ҡайтһын тигән теләк менән һеҙгә ошо сыйырсыҡ ояһын бүләк итәм, - тине ул.
Радий Хәбиров бүләк өсөн курсантҡа рәхмәт әйтте һәм сыйырсыҡ ояһын улдары менән ағасҡа элеп ҡуйырға вәғәҙә итте. Осрашыу аҙағында йөкмәткеле әңгәмә өсөн йәштәргә рәхмәт белдерҙе, тыуған көндәрен билдәләүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Ошондай саралар аша беҙ Башҡортостандың киләсәген хәстәрләйбеҙ, тине осрашыу һуңында төбәк етәксеһе.
Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайтынан.