Бөтә яңылыҡтар
10
Ғорурланабыҙ
21 Март , 14:00

Яугирҙәрҙе күреп ҡайтҡан

Көйөргәҙеләр һалдаттарға ныҡлы ярҙам күрһәтә  

Яугирҙәрҙе күреп ҡайтҡан
Яугирҙәрҙе күреп ҡайтҡан

Ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ярҙам иткән, ошо изге эшкә яҡташтарын да туплаған замандаштарыбыҙҙың береһе ул Көйөргәҙе районынан Иван Логачев.

Ул спортсы, бокс буйынса тренер-педагог булып хеҙмәт итә. Бынан тыш йәнә бер ҙур бурысты башҡара –  махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ылауҙы йыйыу, оҙатыу менән  шөғөлләнә.

Махсус хәрби операция башланғас, тәүгеләрҙән булып гуманитар ылауҙы оҙатып йөрөүселәр араһында була. Хатта яугирҙәр рәтенә баҫыу теләге лә уяна. Ләкин һалдаттар уға тылдан ярҙам ойоштороу эшен дауам итергә кәңәш итә.

Шулай итеп Иван Николаевич яугирҙәрҙең һорауы буйынса кәрәкле әйберҙәрҙе йыйыу эшен ныҡлап үҙ ҡулына ала. Шулай итеп уның етәкселегендә “ПОГРАН ВДВ фронту” тип исемләнгән ирекмәндәр төркөмө барлыҡҡа килә.  

Ошо көндәрҙә был төркөм махсус хәрби операция биләмәһенә һалдаттарға гуманитар ярҙам алып барҙы.

Иван Логачев әйтеүенсә, ике йөк машинаһы, ике тағылмалы еңел машина менән улар һалдаттарға кәрәкле әйберҙәр илтә. Төҙөлөш материалдары, генераторҙар, бензобысҡы,  140 маскировка селтәре һәм башҡа бик күп әйберҙәр   барыһы ла һалдаттарға кәрәкле. Көйөргәҙе районы, Күмертау ҡалаһы егеттәре яҡташтарына рәхмәт белдереп, сәләмдәрен әйтеп ҡала.

 Фото: Иван Логачевтыҡы.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: