Бөтә яңылыҡтар
10
Ғорурланабыҙ
22 Март , 23:30

Башҡортостанда МХО-ға барырға теләүселәр күбәйә

Башҡортостанда махсус хәрби операцияға барырға теләүселәр һаны арта. Уларҙы бындай аҙымға нимә этәрә – ошо турала Дәүләт телерадиокомпанияһының “Вести” тапшырыуы хәбәрсеһе Зилә Авзалова белеште.

Башҡортостанда МХО-ға барырға теләүселәр күбәйә
Башҡортостанда МХО-ға барырға теләүселәр күбәйә

Башҡортостанда махсус хәрби операцияға барырға теләүселәр һаны арта. Уларҙы бындай аҙымға нимә этәрә – ошо турала Дәүләт телерадиокомпанияһының “Вести” тапшырыуы хәбәрсеһе Зилә Авзалова белеште.

“Защитник” республика һайлап алыу пунктына көн дә 50-нән күберәк кеше мөрәжәғәт итә. Иртәнән үк унда йәнлелек: кемдер яңы килеп тора, кемдер документтарын тикшереүҙе көтә. Эстә лә шундай уҡ хәл күҙәтелә.

Артем әле үҙенә позывной уйламаған, шулай ҙа бик ныҡ әҙерләнгән, үҙе менән бөтә мөһим әйберҙәрҙе алған.

Өфөләге контракт буйынса хәрби хеҙмәткә граждандарҙы һайлап алыу пункты берҙәм тәҙрә тәртибендә эшләй. Йәғни бер урында бөтә документтарҙы тултырырға, медицина комиссияһы үтергә, банк картаһы алырға, хатта бурысың булһа, уны ҡапларға мөмкин. Һәр этапта ентекле тикшереү үтәләр.

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә граждандарҙы һайлап алыу пункты инструкторы Руслан Әхмәтханов әйтеүенсә, улар егеттәрҙең тышҡы ҡиәфәтенән үк хәрби хеҙмәткә яраҡлымы, түгелме икәнен билдәләй ала. Шулай ҙа кандидатҡа бөтә процедураны теүәл үтергә тура килә. Иң мөһиме – анализдар һәм медицина тикшереүе.

Кушнаренко районынан 50 йәшлек Азат Вафин ҡан анализы тапшырған, ЭКГ үткән, үҙемде яҡшы тоям, ти.

“Нахал” позывнойлы ир МХО-ға дрондар менән идара итергә тигән маҡсат менән юллана. Ул БПЛА операторҙары курсында күнекмәләр алған. “Ҡатмарлы булыр тип уйлағайным”, ти ул.

МХО зонаһында хеҙмәт итергә контракт төҙөргә теләүселәр һаны йыл башынан 70 процентҡа артҡан. Документ эштәре менән ҡыйынлыҡтар тыуһа, буласаҡ контрактниктар бында йәшәй һәм бушлай туҡлана ала. Бөтә процедураны үтергә иң күбе ике тәүлек етә.

Әле бында контрактҡа ҡул ҡуйыуҙың һуңғы этабы бара  - бер нисә сәғәттән ғәскәри частарға юлланасаҡ яугирҙәр шәхси эштәре менән мәшғүл. Көн һайын бынан 50-нән ашыу кеше китә. Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә Башҡортостанға башҡа төбәктәрҙән дә киләләр. Бындай популярлыҡ республикала яҡшы шарттар булдырылыуы менән аңлатыла. Өфөнән юлланғандар өсөн бер тапҡыр бирелә торған иң ҙур түләү — 2 миллион 300 мең һум, ә муниципаль райондарҙа йәшәүселәр өсөн 2 миллион тәшкил итә.

Мәғлүмәт: ГТРК.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: