Украинала махсус хәрби операция башланыу менән бихисап ир-егеттәр илебеҙ именлеге һағына баҫты. Улар иңдәренә йөкмәтелгән хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, Тыуған иле һәм яҡындары өсөн йәнен-тәнен аямай. «Буран» позывнойлы яугир ҙә шундайҙарҙан. Ул Хәйбулла районынан. 26 йәшлек командир ошо көндәрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.
Егет мәктәпте тамамлағас, Аҡъяр тау колледжында уҡый. Һаулығы яҡшынан булмау сәбәпле, әрме хеҙмәтенә бармай. Сибай ит комбинатында, унан «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтендә эшләй. Аҙаҡ вахта ысулы менән Себергә бара. 2023 йылда үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итә, контракт төҙөй.
- Екатеринбург аша Ростовҡа остоҡ, унда йөк машинаһы менән үҙ часыбыҙға барып еттек. Фронтҡа килгәс, рядовой булып хеҙмәт иттем: снайперҙарҙы, саперҙарҙы ҡаршы алдым һәм оҙаттым. Саперҙарға ҡайҙа миналар һалырға кәрәклеген күрһәттем, һаҡсылар бәйләнешкә сыҡмаһа, уларҙы тикшерҙем, шулай уҡ емерелгән блиндаждарҙы фотоға төшөрҙөм һәм командирҙарға ебәрҙем. Минең эшемде «аяҡ» тип атайҙар, сөнки унда һәр ваҡыт йөкләмәләр менән йүгерергә кәрәк ине. Һуңынан «Аҡмалай» позывнойлы рота командиры мине Мәскәүгә ебәрҙе, унда мин командир вазифаһына ике ай уҡыным һәм 2024 йылдың декабренән взвод командирымын,—ти «Буран».
Контракт буйынса хеҙмәт итер өсөн ҡыйыу, сыҙамлы булырға кәрәк, ти яҡташыбыҙ. Әле батыр яҡташыбыҙҙың күкрәген «Батырлыҡ өсөн» миҙалы биҙәй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Өфөлә "Төньяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин.
Пунктты Өфө, Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18 - 65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк.
Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.
Эш хаҡын иҫәпкә алғанда, беренсе йылда түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 4 520 000 һум тәшкил итәсәк.
Башҡортостанда контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.
Фото: "Хәйбулла хәбәрҙәре".