“Ватанды һаҡлаусылар” республика филиалы фонды инвалидлығы булған МХО ветерандарының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы дауам итә.
Винер Усманов 2023 йылдың ноябренән - “Ватанды һаҡлаусылар” фонды ҡарамағында. Ул - хәрби хәрәкәттәр ветераны, Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры, Генерал Шайморатов миҙалы менән наградланған. Яу яланында ул бер аяғын юғалтҡан.
Социаль координатор Рәшиҙә Заһитова кәңәше буйынса, Винер Усманов йортон яраҡлаштырыуға заявка биргән. Координатор үҙе кәрәкле документтарҙы әҙерләшкән. Үлсәүҙәр алыу һәм нозология буйынса чек-лист тултырыу өсөн яугир йортона республика филиалы фонды етәксеһе урынбаҫары, эксперт һәм социаль координаторҙан торған махсус комиссия килгән.
Ыңғай ҡарар сығарылғандан һуң яугир йортона эш төрҙәрен асыҡлау өсөн үлсәүселәр килә. Һуңғы этапта реабилитация саралары ҡуйыла. Быларҙы башҡарып сығыу өсөн дүрт айҙан ярты йылға тиклем ваҡыт үтә.
”Аҡыллы йорт” системаһы, таймай торған иҙән япмаһы, махсуслаштырылған ҡоролма һәм инвалидтар өсөн кәрәкле башҡа эштәр башҡарыласаҡ.
– Эш бара, беҙ ай һайын республика буйынса ике-өс районға сығабыҙ, - тип белдерҙе “Ватанды һаҡлаусылар” республика филиалы фонды етәксеһе урынбаҫары Ирек Зарипов.
2024 йылдың ғинуарынан 2025 йылдың мартына тиклем торлаҡты яҡшыртыу тураһында 86 заявка алғандар, шуларҙан 81 йортто тикшергәндәр, 21-ен яраҡлаштырғандар.
Башҡортостанда “Ватанды һаҡлаусылар” фонды Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107-се йортта урынлашҡан. Эш ваҡыты: 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, ялдарһыҙ.
Алдан яҙылыу өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02
Фото: ЦУР.
Автор: Галина Морозова.