Өфө “Бөтә донъя оҫталар ҡалаһы” тип танылды!
Ул - Рәсәйҙә был халыҡ-ара статусты алған беренсе ҡала. Бөтә донъя һөнәрсе-ҡалалар исемлеге 2014 йылда төҙөлә башлай, унда хәҙер донъяның 60-ҡа яҡын ҡалаһы ингән. Иран, Һиндостан, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа дәүләттәрҙең ҡалалары ла бар.
Ҡалабыҙҙы баһалау өсөн Өфөгә Бөтә донъя оҫталар советы делегацияһы килде. Бындай уңыш – үҙ эшенә күңелен һалған Өфө оҫталарының, рәссамдарының, эшҡыуарҙарының хеҙмәт һөҙөмтәһе ул. Был социаль-иҡтисади статусты күрһәтә, ҡаланың туристик ҡеүәтен киңәйтә. Был статус Өфөнөң артабанғы үҫешенә лә этәргес булыр.