Баш ҡаланың Зорге урамында урынлашҡан телебашняның яҡтылыҡ панноһында “Космонавтика көнө менән ҡотлайбыҙ!” тигән яҙыу һәм байрам символдары датаға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәйәсәк. Унда йондоҙло күкте, йыһан карабының стартын, планеталар һәм йыһан объекттарын, орбитала спутникты күҙәтергә мөмкин буласаҡ.
Байрамса яҡтыртыу биҙәген ике сәғәт дауамында – урындағы ваҡыт менән 20 сәғәттән 22 сәғәткә тиклем күҙәтергә мөмкин.
Кешенең йыһанға тәүге осошона арналған акцияла Рәсәйҙең барлыҡ ҙур ҡалаларының башнялары һәм мачталары ҡатнаша. Мәскәүҙә Останкино телебашняһының медиафасадында йондоҙло күк нигеҙендә Юрий Гагарин һүрәте менән ҡотлау ролигы күрһәтеләсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөләге телебашняла яҡтыртыу биҙәге 8 март һәм Ураҙа байрамы уңайынан күрһәтелгәйне.
Сығанаҡ: “Республика Башҡортостан” гәзите.
Фото: РТРС.РФ. сайты.