Ғорурланабыҙ
15 Апрель 2025, 13:30

Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер

Вәдүт Исхаҡов әйтеүенсә, бөгөнгө кисә тиккә генә махсус хәрби операцияға бағышланмаған.

Бер күрешеү – үҙе бер ғүмерБер күрешеү – үҙе бер ғүмер
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер

Өфө ҡалаһының Матбуғат йортонда Башҡортостан Журналистар союзы янындағы "Бөтә быуын журналистар клубы" ойошмаһы "Махсус хәрби операция – беҙҙең яҡындарыбыҙ" тигән сара ойошторҙо.

Шул иғтибарға лайыҡ, журналистар тәүге тапҡыр 2019 йылдың ғинуарында – Рәсәй Матбуғаты көнөндә йыйылғайны. Ул хәҙер күркәм традицияға әйләнде. Унда төрлө йылдарҙа, ҡунаҡ итеп саҡырылып, шашка буйынса донъя чемпионы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тамара Танһыҡҡужина, билдәле спортсы Айнур Шәйбәков, шулай уҡ Айгөл Иҙрисова һәм башҡалар ҡатнашҡан.

Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" республика гәзитенең баш мөхәррире, махсус хәрби операцияға юлланған журналистарҙың етәксеһе Вәдүт Исхаҡов әйтеүенсә, бөгөнгө кисә тиккә генә махсус хәрби операцияға бағышланмаған, сөнки эргә-тирәләге кемде генә алма, кемеһенеңдер – ире, икенселәрҙең –атаһы, бүтәндәрҙең яҡын туғаны, ҡыҫҡаһы, барыһының да яҙмышы бөгөнгө хәл менән тығыҙ бәйләнгән.

Радиожурналист Зөһрә Арсаеваның ире тележурналист Рафиҡ Әхмәтшин илебеҙҙең тыныслығын һаҡлай. Әле Айнур Кәбиров, Азат Саҙрыев, Гүзәл Хәмитова, Илдар Юлдыбаев һәм Ильяс Батыргәрәев кеүек журналистар фронттан репортаждар ебәреп тора. Вәдүт Ғәйфулла улы уларҙың һәм башҡаларҙың исемдәрен атаны.

Аралашыу йыр-моң менән үрелеп барҙы.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас