Махсус хәрби операция биләмәһендә тыныслыҡ урынлаштырған һәр һалдаттың отпускыға ҡайтыуы – барыбыҙ өсөн дә ҙур шатлыҡ. Күптән түгел "Цыпа" һәм "Алик" позывнойлы яҡташтарыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булды. Ил һаҡсылары менән Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Салауат Фәтҡуллин да осрашты.
– Беренсенән, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдат һәм офицерҙарҙың бөтәһен дә Герой тип атау дөрөҫлөккә тап килә, – тип һөйләй Салауат Факил улы. – Икенсенән, беҙгә Геройҙарыбыҙҙы матур итеп ҡаршы алып, яҡшы кәйефтәр менән ҡайтанан хеҙмәт урындарына оҙатып ебәреү бурысын үтәргә кәрәк. Ғөмүмән, Ватан һаҡсыларының икеһе лә позитив кеше. Әлбиттә, үҙҙәре тураһында бик әҙ һүҙлеләр, төрлө наградалары һәм батыр эштәре булһа ла. Шуны һиҙҙем, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәр саҡ үҙҙәре түгел, ә күпселек исемдән һөйләй.
Бөгөн дошман сигенә, төрлө яуызлыҡтарын ҡылып ҡалырға маташа. Араларында һатлыҡйәндәр күп икән. Яҡташтарыбыҙ ошолар тураһында әйтте һәм бүтән яңылыҡтар менән дә таныштырҙы. "Алик"ты ла, "Цыпа"ны ла хакимиәттән тыш, белем усаҡтарында, мәҙәниәт учреждениеларында осрашыуға көтәләр ине.