Ғорурланабыҙ
18 Апрель 2025, 11:15

Ҡартатаһының юлын дауам итә

Абдрахман Әбделғәни улы Әбүбәкиров Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ул 1944 йылда фронтҡа үҙ теләге менән китә. Ә ейәне Денис Әбүбәкиров махсус хәрби операцияға 2024 йылдың 2 июнендә юллана. 

Ҡартатаһының юлын дауам итәҠартатаһының юлын дауам итә
Ҡартатаһының юлын дауам итә

Нәйлә Яхъя ҡыҙы Әбүбәкированы былтыр көҙ дауаханала осраттым. Һылыу ҡатындың күҙҙәре тулы һағыш булыуын күреп, хәлдәрен һораштым.

— Йәй өлкән улым Денис Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға киткәйне. Өс ай эсендә ике тапҡыр ҡаты яраланып, госпиталдә ятып сыҡты. Икенсе яраһы бигерәк ауыр булғас, ҡайтарырҙар тип көтөп торһам, кире алғы һыҙыҡҡа киткән. "Унан, әсәй, әле бер кем дә иҫән сыҡҡаны юҡ" тип яҙып яуға инеп киткәйне, 10 көндән ашыу хәбәре юҡ, – тип аһ-зарын түкте яугир әсәһе.

Һиҙгер әсә йөрәген алдап буламы ни?! Быйыл март башында яуҙа батырҙарса һәләк булған Денис Ирек улы Әбүбәкировты һуңғы юлға оҙаттылар. Яугир менән бәхилләшеүгә  килгән класташтары, дуҫтары, туғандары, яҡындары егетте тик яҡшы яҡтан иҫкә алды.

Денис Нәйлә һәм Ирек Әбүбәкировтарҙың йәш ғаиләһенә йәм өҫтәп 1990 йылдың 5 ноябрендә Куйбышев ҡалаһында тыуған. Нәйлә Яхъя ҡыҙы Баймаҡ районының Ҡарамалы, Ирек Абдрахман улы Хәйбулла районының Әбүбәкир ауылында тыуып үҫә. Шуға ла йәштәр Сибайға ҡайтып төпләнә.

Денис ҡаланың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында 9-сы класты тамамлай. Артабан уҡыуын Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжында дауам итә. Техниканы яҡшы белә, машина тиһәң, иҫе китә. Ҡусты-һеңлеһенә, ата-әсәһенә ныҡлы терәк була.

2010 йылда Денис әрме сафына алына. Калуга өлкәһенең Обнинск ҡалаһында хәрби бурысын үтәй. Демобилизацияланғас, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, 2015 йылға ҡәҙәр әрме сафында ҡала. Унан Сибайға ҡайта, өс бүлмәле фатир, автомобиль һатып ала. Себер тарафтарына вахта ысулы менән йөрөп эшләй.

— Махсус хәрби операцияға китәм тигәс, улым, аҡсаны бит бында ла яҡшы эшләйһең. Нимәгә унда атлығаһың? Ҡуй, балам, йөрөмә, мине утлы ғазапҡа һалма! — тип ялбарҙым. "Әсәй! Бөтә дуҫтарым шунда. Йәп-йәш егеттәр ғәзиз баштарын һалғанда мин бында тыныс ҡына ята алмайым. Барам. Ата–бабам ҡан ҡойған, мин дә уларҙың юлын һайлайым", тине улым, — ти әсә.

Денис Әбүбәкиров махсус хәрби операцияға 2024 йылдың 2 июнендә юллана. Хәрби әҙерлекте Һамар өлкәһенең Рощинский хәрби часында үтә. Өлкән сержант гранатометсы, штурмлаусы дәрәжәһендә һуғышҡа инә. Тәүге тапҡыр яраланғанда, үҙе ҡанһыраһа ла бер һалдатты тыныс урынға һөйрәп алып сыға. Алты сәғәттән ашыу шыуышып, саҡ иптәштәре янына килеп йығыла. Икенсе тапҡыр иһә дрон ярсыҡтары уның бөтә тәненә сәсрәп тарала, эсен буйынан-буйына йырта. Санкт-Петербургта госпиталдә ята. Унан инде егет йәнә алғы һыҙыҡҡа китә һәм яуҙан сыға алмай. 2024 йылдың 19 октябрендә ул батырҙарса һәләк була.

— Улым атаһы Ирек Абдрахман улы мәрхүмдең тыуған көнөндә үлгән. Мин унан хәбәр булмағас, Һамар өлкәһенең Рощинский хәрби часына барып эҙләнем. Ошо уҡ частә атаһы ваҡытында әрме хеҙмәтен элемтәсе булып үткән, – тип һөйләй әсә.

Денистың ҡартатаһы Абдрахман Әбделғәни улы Әбүбәкиров та Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ул 1944 йылда фронтҡа үҙ теләге менән китә. Кесе командирҙар курсын үткәс, сержант дәрәжәһендә 1-се Украина фронтына ебәрелә. Львовты фашистарҙан азат итеүҙә, Одер, Висла йылғаларын кисеүҙә, Сандомир операцияһында ҡатнаша. Көнбайыш Украинаны бандеровсыларҙан таҙарта. Дрезденды алғанда ҡаты яралана. Һуғышты 7-се механизацияланған корпус составында тамамлай. 1950 йылға ҡәҙәр Чехословакия, Австрия, Венгрия, Румынияның Калинец, Дрезден, Фюрстенвальд ҡалаларында хеҙмәтен дауам итә.

Демобилизацияланғас, Хәйбулла районының Мәмбәт, тыуған ауылы Әбүбәкир мәктәптәрендә балалар уҡыта, директор була. 1-се дәрәжәле Ватан һуғышы ордены, “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” һәм башҡа юбилей, хеҙмәт миҙалдары менән наградланған. БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы маҡтаулы исеменә лайыҡ булған.

“Балам атаһы, ҡартатаһы хеҙмәт иткән урындарҙа булып, неонацизамға ҡаршы көрәште. Тыуған иле алдындағы батырлығы үлгәндән һуң булһа ла Ҡаһарманлыҡ ордены менән баһаланды, – ти әсәһе Әбүбәкировтарҙарҙың ҡыйыулығы менән ғорурланып. – Тик бына Денисым өйләнеп өлгөрмәне. Шуға ныҡ эсем боша. Ярай әле, улым Айгиз, ҡыҙым Айзилә бар, улар өсөн артабан йәшәргә тырышам”, – ти яугир әсәһе.

Текст авторы - Гөлдәр Ҡадаева.

Фотолар: Нәйлә Әбүбәкированың ғаилә альбомынан.

Ҡартатаһының юлын дауам итә
Ҡартатаһының юлын дауам итә
Ҡартатаһының юлын дауам итә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас