Ғорурланабыҙ
23 Апрель 2025, 18:30

22 апрелде юҡҡа ғына һайламаған улар

 Йәштәр бәхетле булһын!

22 апрелде юҡҡа ғына һайламаған улар22 апрелде юҡҡа ғына һайламаған улар
22 апрелде юҡҡа ғына һайламаған улар

Яугир отпускыһы ваҡытында һөйгәне менән ғаилә ҡорған.

Нефтекама ҡалаһында «Бэби» позывнойлы яугир һөйгәне Анна менән өйләнешкән. Башҡортостандың юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле йәш парҙың туй тантанаһы тураһында хәбәр итә.

Владимир Спеле әйтеүенсә, яңы өйләнешкәндәр никах теркәү көнөн – 22 апрелде – осраҡлы һайламаған. Тап ошо көндә 2023 йылда Олег менән Анна тәүге тапҡыр осрашҡан.

«Яҙмыш ҡушыуы буйынса, буласаҡ кейәүҙең ялы ошо датаға тура килгән. Һәм теүәл ике йылдан улар – ир менән ҡатын. Йәш парҙы туй көнө менән ҡотлайбыҙ! Ғаиләгеҙҙә мөхәббәт, татыулыҡ һәм сәскә атыу батшалыҡ итһен!» – тип яҙған дәүләт комитеты рәйесе.

Йәштәрҙе беҙ ҙә ҡотлайбыҙ һәм тиҙерәк һуғыш бөтөп, йәш пар тыныслыҡта һәм мөхәббәттә ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ.

Сығанаҡ: "БЮТ- Яңылыҡтар"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас