

Баймаҡ хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов ошо көндәрҙә эш сәфәре менән Мәскәүҙә булды.
“Мәскәүгә эш сәфәре барышында яҡташыбыҙ, Түбә ауылынан артиллерия часының взвод командиры Илшат Азат улы Мәҡсүтовҡа барырға насип булды.
Әле яугир яраланғандан һуң госпиталдә дауалана.
Илшат – тәжрибәле офицер, хәрби хәрәкәттәр ветераны. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк ул үҙ бурысын намыҫлы үтәй. Хеҙмәте өсөн бихисап миҙалдар һәм наградалар менән бүләкләнә.
Йәрәхәтләнеүенә ҡарамаҫтан, кәйефе күтәренке булып ҡала. Беҙҙең осрашыу йылы мөхиттә үтте. Мин уның һәм ғаиләһенең ихтыяждары тураһында белдем. Яҡын арала уға операция яһарға тура киләсәк.
Илшатҡа хеҙмәте, ҡаһарманлығы, ҡыйыулығы өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм. Ата-әсәһенә лә батыр, лайыҡлы ул үҫтергәндәре өсөн оло ихтирамымды еткерәм. Батырыбыҙҙың тиҙ арала һауығыуын теләйем!” – тип яҙған Азамат Сәфәрғәле улы үҙенең социаль селтәрендә.
Әйткәндәй, Илшат Мәҡсүтов оҫта ҡурайсы ла. Баймаҡ егете Ватан алдында хәрби бурысын намыҫ менән үтәү менән бер рәттән, үҙенең асылына тоғро ҡалып, халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралы – ҡурайына ла тоғро хеҙмәт итә.
Фото һәм сығанаҡ: Азамат Иҙрисовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән