

Бәләбәй районына эш сәфәре барышында республика Башлығы Радий Хәбиров ветеран-танкисҡа барып хәлен белеште.
99 йәшлек ветеран төбәк етәксеһен шәп кәйеф менән ҡаршыланы. Әңгәмә барышында Радий Хәбиров Шишмә районы биләмәһендәге "Патриот" паркында хәрби техника күргәҙмәһен киңәйтеүҙәре хаҡында һөйләне. Экспозицияны һуғыш йылдарында Ғәбдрәүеф Гәрәев идара иткән Т-34 танкыһы ла тулыландырасаҡ. Герой яуап итеп төбәк Башлығына иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе һәм һаулыҡ, сабырлыҡ теләне.
Радий Хәбиров ветеранға иҫтәлекле бүләк - үҙ исеме менән сәғәт тапшырҙы һәм киләһе йыл шәхсән бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотлармын тине:
– Беҙ Ғәбдрәүеф Сәләх улы менән күптән таныш. Ул элеккесә үк әүҙем, ихлас. Беҙҙең арала шундай кешеләр булыуы менән ғорурланабыҙ. Улар күп ҡалманы, шуға ла улар тураһында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ, - тине төбәк етәксеһе.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ғәбдрәүеф Гәрәев Т-34 танкыһының механик-водителе булып хеҙмәт итә, Варшаваны азат итеү өсөн алыштарҙа ҡаты яралана. Ветеран II дәрәжә Ватан һуғышы орденына, хәрби наградаларға лайыҡ була. Ә 2024 йылдың 9 майында Башҡортостан Башлығы уға Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
Фото: glavarb.ru